Ашҡаҙар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 17:47

Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй

Башҡорт теле аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй Уҡытыусылар белем һәм тәрбиә биреүҙә төрлө алымдар ҡуллана. Әлбиттә, был алымдар уларҙың булмышына, тормошҡа ҡарашына, оҫталығына, тәжрибәһенә бәйле. Ә бына Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миннира СӘҒӘҘӘТОВА йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур көс һала.

Мәғариф системаһына 33 йыл ғүмерен арнаған, ауыл мәктәбендә, Салауат ҡалаһындағы мәктәптә лә эшләп өлгөргән уҡытыусы студенттарҙа башҡорт теленә һөйөү уята, ғорурланырлыҡ шәхестәр менән бик күп осрашыуҙар үткәрә.
Миннира Ринат ҡыҙы Сәғәҙәтова рухлы, патриотик тойғоло башҡорт улдарын үҫтереү яҡлы. Балаларға Тыуған илгә, Башҡортостанға һөйөү тойғоларын тапшырыу маҡсатында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен күңелен биреп өйрәтә ул. Билдәле, илде һаҡлау, илдең именлеге мәсьәләләре әлегеләй тәрбиәгә лә бәйле. Шуға уның Ишәй ауылында (Ишембай районы) эшләгән сағында мәктәпте тамамлаған уҡыусылары, ир ҡорона етеп, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтыуына бер ҙә аптырайһы түгелдер.
– Әлеге студенттарҙа һәм уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә, уларҙың рухын нығытыуҙа һәм тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтеүҙә үҙемдең элекке сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуҙар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан йылдарға ҡағылышлы саралар, кисәләр ойошторам. Туған телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, халыҡ ижады тип янып йөрөгәндә йәштәр араһында ватансылыҡ эше алып барыу ҙа мөһим. Был эште башлап ебәреү өсөн “Рәсәй патриоттары” партияһына индем, “Яугир” хәрби-ватансылыҡ клубы төбәк ойошмаһының һәм инвалид ветерандарҙы яҡлау ассоциацияһының махсус подразделениеһы эштәренә ҡушылдым, – тип һөйләй Миннира Ринат ҡыҙы эш алымы хаҡында.
Башҡорт теле уҡытыусыһының хәрби хеҙмәт үткән ир-егеттәр менән йәнәшә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү буйынса эш алып барыуҙа ҡайнап йәшәүе һөнәрен яңы юҫыҡта асҡан кеүек. Эйе, өс бала үҫтергән әсә булараҡ, һәр уҡыусыһы үҙ балаһы һымаҡ яҡын. Ә бер әсәнең дә үҙ балаһын юғалтҡыһы, шул уҡ ваҡытта ҡурҡаҡ йә намыҫһыҙ итеп үҫтергеһе лә килмәй. Хәреф, ҡағиҙәләр өйрәнеү менән бер рәттән, шуға был өлкәлә лә эш алып барыу мөһим булып ҡала, әлбиттә. Ә өлгө итеп ҡуйырҙай башҡорт батырҙары, яугирҙар, атайҙар, олатайҙарыбыҙ күп беҙҙең!
Э. МӨНИРОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: