Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 20:08

Бер быуатлыҡ тарихы бар

Бер быуатлыҡ тарихы барҠала мәҙәниәт һарайында Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреүҙең 100 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.

Байрам концерты алдынан бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышырға була ине. Мәктәпкәсә балалар учреждениелары вәкилдәре ҡунаҡтарға үҙҙәрендә тәр-биәләнеүселәрҙең ҡаҙаныштары ха-ҡында ла еткерҙе. Мәртәбәле байрам менән тәрбиәселәрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев тәбрикләне. Ул мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төрлө йылдарҙа етәкләгән тиҫтәгә яҡын балалар баҡсаһы мөдирҙәренә “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә – 100 йыл” миҙалын тапшырҙы (һүрәттә). Әлбиттә, ошо бүләкләнгәндәр араһында бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған тағы ла күберәк тәрбиәселәрҙе, ашнаҡсыларҙы, тәрбиәсе ярҙамсыларын да күрге килә ине. Шулай ҙа кескәйҙәргә арналған оло хеҙмәттең сәхнәлә матур баһаланыуын күреп, күңел күтәрелде.
– Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым, сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем. Бигерәк тә рәхмәт һүҙҙәрен хаҡлы ялда булған ветерандарға әйтке килә. Улар әле булһа йәш белгестәргә үҙҙәренең аҡыллы һүҙҙәре, кәңәштәре менән ярҙам итеп тора, – тине ул.
Әлбиттә, сараны бик күп музыкаль сығыштар биҙәне. Айырыуса Гүзәл Мортазинаның моңло тауышы бөтә залды уятты. Шулай ҙа тәрбиәселәр, балалар баҡсалары мөдирҙәре өсөн кескәйҙәрҙең сығыштары иң ҡәҙерлеһе булғандыр. Бит ул сығыштарҙа хеҙмәт тә, киләсәк тә, 100 йыллыҡ тарих та сағыла!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: