Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 12:32

Тормош юлы ябай ҙа, һоҡланғыс та

Тормош юлы ябай ҙа, һоҡланғыс таГүзәл Фәрхәт ҡыҙы ИБРАҺИМОВА Стәрлетамаҡта тыуһа ла, Төмән өлкәһенең Газ-Сале ҡалаһында үҫә. Төмән университетының география бүлеген тамамлағас, күп тә эшләп өлгөрмәй, Стәрлетамаҡ егетенә кейәүгә сығып, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Башта ҡалабыҙҙың 32-се мәктәбендә, һуңынан 1-се мәктәп-интернатта 10 йыл географиянан уҡыта, ә инде 2015 йылда уны 1-се гимназияға эшкә саҡыралар. Был ваҡытта ул география уҡытыусыларының ҡала методик берләшмәһен етәкләгән була.

Әйткәндәй, 1-се мәктәп-интер-натта эшләгәндә “Йыл уҡытыусы-һы”ның мәктәп этабында 1-се урын яулап, Өфөгә конкурсҡа барырға тәҡдим итһәләр ҙә, баш тарта ул.
“Ҙур сәхнәлә күмәк кеше ал-дында сығыш яһарға яратмайым”, – ти үтә лә тыйнаҡ Гүзәл Фәрхәт ҡыҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның тәжрибәле уҡытыусы булыуы, эш һөҙөмтәһе уҡыусыларында сағыла. Уҡыусылары география фәне бу-йынса йыл да “Гагарин кубогы” олимпидаһында ҡатнаша. Ә бына гимназияны былтыр тамамлаған Данил Жавронков ике йыл рәттән Башҡортостанда – еңеүсе, ә Рәсәй буйынса призер була. Бөгөн иһә ул Мәскәү дәүләт университетының геофизика факультетында уңышлы уҡып йөрөй һәм бындай уҡыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына түгел. Ғорурланмаҫлыҡмы ни?!.
Ошо йылдың хозур көҙөндә алтын юбилейын билдәләгән уҡы-тыусының үҙенең дә уңыштары етерлек. Хеҙмәте Башҡортос-тан Республикаһы Мәғариф ми-нистрлығының Маҡтау грамотаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған. Ғаиләһенән дә уңған ул. Тормош иптәше менән ике ул үҫтергәндәр. Өлкән улы Санкт-Петербургта Диңгеҙ академияһында уҡып йөрөһә, кесеһе 3-сө башҡорт-лицей интернатында 11-се класта уҡый. Шулай, Төмән өлкәһендә йәштән сынығып ҡайтҡан ҡыҙ Стәрлетамаҡта үҙен көслө, тәж-рибәле уҡытыусы итеп таныта.
Ҡалабыҙҙың белем усаҡтарында эшләп йөрөүсе әллә күпме уҡытыусыларҙың тормош юлы Гүзәл Ибраһимованыҡы һымаҡ ябай ҙа, һоҡланғыс та. Беҙ уларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап, йәш быуынды тәрбиәләүҙә-ге еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: