Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 16:00

Заман һәм педагогика

Заман һәм педагогика...Замана балалары башҡасараҡ, балалар ғына түгел ата-әсәләр ҙә яңынан-яңы талаптар ҡуя. Ә икенсе яҡтан, дәүләт уҡытыусыларға маҡсаттар яңырта, заманса алымдар менән эш итергә ҡуша. Шулай ҙа бөгөнгө педагогикала нимә көслө һуң? Уҡытыусы абруйымы, әллә яңы алымдармы, бәлки, сәғәттәр буйы тултырылған документ, яҙмалар?.. Барыһы хаҡында филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филалы доценты Фәүриә Әхтәм ҡыҙы АҠҠУЖИНА менәнәңгәмә ҡорҙоҡ.

– Мәктәптәрҙә педагогик коллективтың күпселеге ҡатын-ҡыҙ, Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Ир егеттәр, ысынлап та, уҡытыусылыҡ эшенә һирәк бара, шулай ҙа уларҙың үҙ уҡытыу алымдары бар һәм улар ҡиммәт. Ир-егеттәр мәктәпкә килһә, башлыса мәктәп директоры кимәленә һәм тағы ла юғарыраҡ дәрәжәләргә тиклем үҫеп етә һәм йәнә төп эше – педагогиканан ситләшә һымаҡ.
Эйе, гүзәл заттан булған уҡытыусыны беҙ йышыраҡ осратабыҙ, ул шулай булырға тейеш һымаҡ та, сөнки ҡатын-ҡыҙ- уҡытыусы ул – әсә кеше. Нисек кенә ҡарама, әсә кеше йөрәге менән һиҙә. Кәрәк саҡта баланы дәртләндерергә, кәрәк икән – әсәйҙәрҙсә кәңәше менән тормошонда булған һынылышлы мәлде үтергә ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙ-уҡытыусы шул мәлдә йөрәге һиҙеп, ярҙам да итә, уҡытыусы ғына булып ҡалмай, дуҫ та, икенсе әсәй ҙә, тормошта юл күрһәтеүсе лә...
– Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусы үҙе лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп китәме икән? Был саҡта нимә эшләргә һуң?
– Мин уҡытыусы булырға хыялланып, Стәрлетамаҡҡа тәүге килгәнемдә юлым уңманы. Әммә шул саҡ ҡул һелтәп ҡуйманым һәм “нисек инде ул мине уҡырға алманылар” тип, сәмләнеп, йәнә ныҡлап әҙерләнә башланым. Йылайыр районында 28-се һөнәрселек лицейына уҡырға инеп, тәүге һөнәр алып, ауыл хужалығы бухгалтеры булып эшкә төштөм. Бер йыл уҡып һәм бер йыл райондың ауыл хужалығы энергетикаһы берләшмәһендә эшләгәс, йәнә бәхетемде һынап ҡараным. Улай ғына ла түгел, уҡыуҙы уңышлы тамамлап, күренекле ғалим, башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһының авторы Булат Ғафаров аспиранты булыу бәхете тейҙе. Мәскәү ҡалаһында әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса диссертациямды яҡланым һәм шул ваҡыттарҙан башлап ошо юғары уҡыу йортонда эшләйем. Бик ҙур һәм исемдәре билдәле остаздар менән үҙ ваҡытында эшләү мөмкинлеге менән ғорурланам. 10 йыл тирәһе 6-сы һәм 29-сы мәктәптә лә уҡытыусы булып эшләнем. Ә, бәлки, шул бер тапҡыр килеп кенә ҡул һелтәп ҡуйһам, нимә булыр ине икән?.. Ошо хаҡта йыш уйланам һәм кем генә булһағыҙ ҙа, ниндәй һөнәр һайларға теләһәгеҙ ҙә, һәр саҡ хыялға табан атларға кәрәк тигән һығымтаға киләм. Ошо ныҡышмалыҡты студенттарымда ла һеңдерергә тырышам. Тәүге һынауҙа уҡ бирешмәҫкә кәрәк.
– Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булараҡ, балаларға белем, тәрбиә биреү яғынан үҙгәрештәр күпме?
– Педагогика һуңғы ваҡытта ныҡ үҙгәреш кисерҙе. Әйтергә кәрәк, заманса техника ҡулланыу уҡытыусының эшен еңеләйтте. Интернет селтәрендә яҡшы мәғлүмәттәр бик күп, уҡытыусы өйҙән сыҡмай, кәрәкле мәғлүмәтте рәхәтләнеп эҙләп ала. Мәҫәлән, дәрескә әҙерләнәм тиһәң, музейҙар, картиналар, портреттар, йырҙар, аудио яҙмалар, спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм башҡаларҙы табырға мөмкин, рәхәтләнеп дәрес үткәрергә була. Уҡытыусыларҙың эше еңелләшһә лә, уҡыусылар өсөн кире яғы ла бар, сөнки балаларҙың фекерләү яғы түбәнәйә, интернетта барыһы ла әҙер булғас, китап уҡымайҙар. Компьютерҙа ултырыу, телефонда һәм башҡа гаджеттар уйлау-фекерләүҙе бөтөрә. Уҡытыусыларҙың эше еңелләште тиһәк тә, традицион методиканы инҡар итергә ярамай, ул – бөтә системаның нигеҙе. Әлеге мәлдә алға ҙур аҙым яһалһа ла, заманса уҡытыу нисектер күңелле булып тойолһа ла, совет ваҡытында ҡулланылған система төплө, ныҡлы ул: баланы ла, уҡытыусыны ла эҙләнергә өйрәтә.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: