Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2019, 15:00

Спортсы ғына түгел, тел белгестәре лә икән!

Үткән аҙнала Өфөлә һөнәри колледж студенттары араһында Башҡорт теле көнөнә арналған республика олимпиадаһы үткәрелде.

Бында Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжынан 2-се курс студенттары Мостафина Илгизә һәм Сәйфуллина Альбина ҡатнашты. Һөнәри уҡыу йорттары араһында Стәрлетамаҡтан политехник һәм физкультура колледждары 3-сө урынға лайыҡ булды. Ә студенттар араһында Стәрлетамаҡ физкультура колледжынан 2-се курс студенты Мостафина Илгизә 1-се урын яулап, диплом алып ҡайтты. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
М. СӘҒҘӘТОВА,
колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: