Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Декабрь 2019, 17:00

ЙЫЛДЫҢ ИҢ ЯҠШЫ УҠЫТЫУСЫҺЫ 3-сө башҡорт лицей-интернатында эшләй

Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы – 2020» ҡала бәйгеһе тамамланды. Үҙ эшендә оҫта булған 62 остаз «Туған телдәр уҡытыусыһы», «Өҫтәмә белем биреү педагогы», «Мәктәпкәсә тиклемге белем биреү педагогы» йүнәлеше буйынса үҙен һынап ҡараны. Улар араһынан 3-сө башҡорт лицей-интернатының физика уҡытыусыһы Илдар Ғилфан улы ҠАҘНАБАЕВ абсолют еңеүсе тип танылды.

Иң оҫта уҡытыусының дәресенә үҙебеҙ ҙә барып һабаҡ алырға булдыҡ һәм шәп егеттәр уҡыған мәктәпкә юлландыҡ. Уның класына килеп ингәндә үк ниндәйҙер ижади эш барышы һиҙелә ине, компьютер артында ултырған егеттәргә, әй-терһең дә, уҡытыусы ла кәрәкмәй, улар үҙ аллы мәсьәләләр сисә. Был ябай егеттәр түгел икән, ә олим-пиадаға әҙерләнеүсе команда.

– Беҙ шулай команда менән эш итергә өйрәнгәнбеҙ, һәр ваҡытта ла бергәләп проекттар төҙөйбөҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ. Уҡыусылар үҙҙәренә маҡсат ҡуя, ә мин иһә уларға юл күрһәтеүсе, йүнәлтеүсе булып торам, – тип һүҙен башланы йәш уҡытыусыһы Илдар Ҡаҙнабаев үҙенең еңеүендәге тәүге серен асып. Ысынлап та, бындай ҙур сарала команда менән эш итмәһәң, еңеүе ҡатмарлы, лицей етәкселеге был өлкәлә уға ныҡлы терәк булып торған. Уҡыусылары ла бит, һеҙгә етеүсе юҡ тип, гелән ҡеүәтләп тора. Нисек кенә булмаһын, Илдар Ғилфан улы коллегаларының, уҡыусыларының ғына түгел, ә жюри ағзаларының да ихтирамын һәм иғтибарын йәлеп итә алған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: педагог физика дәресен инглиз телендә уҡыта һәм бер дәрестә ике фәнде лә өйренеү алымын булдырыуға ирешкән.

– Ғәҙәттә, белем биреүҙә математика менән физика, информатика йәки химия менән биология үҙ-ара бәйләнешле фән булараҡ, тығыҙ өйрәнелә. Әммә үҙемдең тәжрибәнән сығып, конкурс барышында башҡа төрлө фекерҙе иҫбат иттем йәки тел аша физиканы һәм, киреһенсә, физика аша телде өйрәнеү мөмкинлеген иҫбатлай алдым. Уйлап ҡарағанда, был ике төрлө ҡапма-ҡаршы фән, әммә, баланс һаҡлай алғанда, ике яҡлап та ҙур уңышҡа өлгәшергә була. Был иһә инглиз теленә генә ҡағылмай, туған телдәрҙе өйрәнгәндә лә яҡшы, был ысул фәндә тел интеграцияһы йәки инглизсә CLIL тип атала, – тине ул үҙенең конкурста асыҡ дәрес биреү мәсьәләһен асыҡлап.

Илдар Ҡаҙнабаев һүҙҙәренсә, бының өсөн дәрескә дөрөҫ әҙерләнергә кәрәк һәм уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып, инглизсә һөйләргә, ә ҡатмарлыраҡ урындарҙы русса аңлатып үтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта инглиз теленә генә өйрәтеүсе уҡытыусы физика фәнен һәм, киреһенсә, физика уҡытыусыһы инглиз телен белмәүе мөмкин, мәсьәлә тик шунда ғына...

Илдар Ғилфан улы үҙен уҡытыу-сы түгел, ә иң тәүҙә белем алырға йүнәлеш һәм юл күрһәтеүсе тип иҫәпләй. Жюри ағзаларына бәйге ваҡытында был эш алымын да мәктәптә булған «Троектория» лабораторияһы нигеҙендә асып һала ул. Был лаборатория тип аталһа ла, уҡытыусы бында шө-ғөлләнеүселәрҙе электрон инже-нерия, робототехника, олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәмғиәт тип атай.
Шуныһы ҡыуаныслы: Илдар Ҡаҙнабаевтың ижади ҡараштары күп йүнәлешле. Был ғына ла түгел, ул үҙенең һүҙҙәрен, күҙаллауҙарын башҡаларға ла еңел аңлатып бирер-гә һәләтле. Шуға ла республика кимәлендә үтәсәк бәйгенән дә ҙур еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ.
- Олимпиадаларҙа ҡатнашыусы егеттәрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ, улар башлы һәм белемле егеттәр, шул уҡ ваҡытта фән буйынса артта ҡалыусылар, өскә уҡыусылар ҙа юҡ түгел. Бына улар араһында төрлө йүнәлештә уникаль мөмкинлектәргә эйә булыусыларҙы асырға мөмкин, мәҫәлән, бер егет проекттың дөйөм төшөнсәһен белә, икенсеһе яҡшы программа яҙа, ә өсөнсөһө оҫта иретеп йәбештереүсе. Йәғни командала бер-береһен тыңлап, аңлап, ҡул эштәрен дә оҫта башҡарған егеттәр ошо йүнәлештә һөҙөмтә күрһәтә. Был егеттәр бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаҫ һәм әлеге ваҡытта беҙ уйлап та бирмәгән, әммә киләсәктә барлыҡҡа киләсәк һөнәр эйәләре булып, технология лидерҙары, ғалим, инженер булып китерҙәр. Шуныһы шәп: уҡыусыларым үҙ проекттарын төҙөү, яҡлау ғына түгел, алға ла этәрә белә. Быны үҙ күҙем менән күрҙем, яңы ғына Бөрө ҡалаһында «Большие гонки» конкурсы үтте, уҡыусыларым унда ҡатнашырға проект әҙерләй ине. Көтмәгәндә транспорт менән ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килгән, ә минең ваҡыт юҡ. Күптәр, бәлки, ҡул һелтәр ине, әммә егеттәр кәрәкле һүҙҙәр тапҡан һәм икенсе уҡытыусыға үҙҙәрен алып барыуҙы һорап, маҡсатына ирешә алған. Был да бит күпте һөйләй, - ти проекттың киләсәкле булыуын раҫлап, ҡаланың “йыл педагогы”.

Читайте нас: