Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар 2020, 14:10

ҺӘР КӨНӨНӘ ШӨКӨР ИТЕП ЙӘШӘЙ

Стәрлетамаҡ!.. Кемдәргә генә ҡанат ҡуйманың да һин, кемдәрҙе генә үҫтермәнең! Берәүҙәр бында олоғайғас килеп төпләнһә, икенселәрҙең ул – йәшлек ҡалаһы. Ә күпме кеше бында тәжрибә туплаған, ғаилә ҡорған. Әммә тормош шулай ҡоролған – ул бер урында тормай һәм кешеләр ҙә үҫә, йәшәү урынын алмаштыра, башҡа ҡалала, башҡа өлкәлә эш башлай. Республикала билдәле шәхес, филология фәндәре докторы, доцент Гөлфирә АБДУЛЛИНА ла хеҙмәт юлын нәҡ Стәрлетамаҡта башланы, ошонда тәжрибә тупланы. Ә бөгөн Гөлфирә Риф ҡыҙы Өфөлә уңышлы эшләп йөрөй һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетын етәкләй. Яҡшы уҡытыусы, уңған ойоштороусы булараҡ танылған шәхес менән юбилейы айҡанлы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Яҡшы ҡаршы алдылар
– Баш ҡалала һеҙҙең уңыштарығыҙ хаҡында гәзит-журналдарҙан уҡып, радионан ишетеп, телевизорҙан йыш күреп торабыҙ. Нисек ҡаршы алды Һеҙҙе Өфө? Стәрлелә бик уңышлы ғына эшләп йөрөгән ерегеҙҙән нисек мәркәзгә күсергә йөрьәт иттегеҙ?
– Ысынлап та, Стәрлетамаҡта 22 йыл эшләгәндән һуң Өфөгә күсеүемә күптәр аптырап та ҡалғандыр. Элегерәк тә саҡыралар ине Өфөгә эшкә, баш тартып килдем. 2017 йылда БДУ-лағы көнсығыш телдәре кафедраһы менән башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы берләштерелде, ректор Николай Морозкин махсус рәүештә ошо кафедраны етәкләргә саҡырҙы. Балаларҙың үҫеше өсөн дә баш ҡалала мөмкинлектәр күберәк, ризалаштым инде. Коллективым бик һәйбәт ҡаршы алды. Уҡытыусылар мине электән беләләр ине, шуға эш башлап ебәреү бер ҙә ҡыйын булманы.
– Тыуған яғығыҙ Ишембай районы Маҡар ауылы ла йырағайҙы инде хәҙер...
– Элек, Стәрлетамаҡта йәшәгәндә, ауылға кәмендә ике аҙнаға бер ҡайтып тора инек, Өфөгә күскәс, айына бер булһа ла мотлаҡ атай-әсәйҙе күреп, тәмле аштар менән һыйланып, күңелгә ял алып, Йәнәлтауға, Селтербейгә ҡарап һоҡланып, балаларҙы туғандар менән аралаштырып китәбеҙ. Бала сағым үткән Маҡар ауылы, ҙур тормош юлына сығыр өсөн ҡанаттар нығытҡан мәктәбем һәр ваҡытта ла күңел түрендә, яҡташтарыма мин һәр саҡ рәхмәтлемен. Тыуған ауылымдың көндән-көн матурлана барғанын күреп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Эш буйынса күп ерҙәрҙә йөрөргә тура килә, тыуған яҡтарҙан да яҡыныраҡ, изгерәк ер юҡ икәнлегенә торған һайын нығыраҡ инанаһың.
Донъя кимәлендәге факультет!
– Яңы урында эш башлап китеүе ауыр булманы, тинегеҙ. Ә бына етәксе булып эшләүе ауыр түгелме?
– Мин үҙемә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсанмын, әммә һәр саҡта ла кешелеклелекте тәүге урынға ҡуям – быны хеҙмәттәштәрем яҡшы белә. Факультетта 60-тан артыҡ хеҙмәткәр, 700-ҙән артыҡ студент. Көн һайын кәмендә 30 кеше менән аралашырға тура килә: береһенә дөйөм ятаҡ кәрәк, икенсеһен эш шарттары ҡәнәғәтләндермәй, өсөнсөһөнә сит илгә стажировкаға документтар юллау ихтыяжы килеп тыуған, дүртенсеһе эш менән уҡыуҙы сиратлаштырырға теләй, сит илдән килгән уҡытыусыларға виза мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорайҙар һәм башҡалар. Етәксе кеше хәҙер күберәк ойоштороусы, менеджер булараҡ ҡабул ителә – ошо хаҡта иҫтә тотам. Шул уҡ ваҡытта үҙемдең аудиторияларҙа студенттарға лекциялар уҡыуым да һағындырып китә.
– Һеҙ дәрестәр бөтөнләй уҡытмайһығыҙ, ә студенттар һеҙҙең дәрестәрҙе бик ярата торғайны, хәтерләүемсә. Йәш кенә килеш биш фән кандидаты, бер фән докторы әҙерләгән кеше бит һеҙ...
– Үкенескә ҡаршы, аудитор дәрестәргә ваҡыт ҡалмай тиерлек. Күбеһенсә курс, сығарылыш квалификация эштәре, кандидатлыҡ диссертациялары менән етәкселек итәм. Миңә студенттар менән аралашыу, лекциялар уҡыу, ысынлап та, бик ныҡ оҡшай, йәштәр менән көндәлек эш үҙеңде тонуста тоторға, уларҙың тын алышын тойомларға ярҙам итә.
– Һеҙ факультетҡа индергән яңылыҡтарҙы уның исемен үҙгәртеүҙән башланығыҙ...
– Был көн талабы булды, сөнки факультеттың элекке исеме (башҡорт филологияһы һәм журналистика) уның эш даирәһен тулыһынса асып бирә алмай ине.
– Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы йөгөн тартыуҙан тыш, Гөлфирә Риф ҡыҙы шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире вазифаһын да башҡара бит әле...
– Эйе, беҙҙең кафедра университеттағы һәм факультеттағы иң ҙур, әһәмиәтле структур берәмектәрҙән һанала – унда егерменән артыҡ кеше эшләй, шул иҫәптән сит ил уҡытыусылары ла. Эш гөрләп тора. Үҙебеҙҙең факультеттан тыш, филология факультетында башҡорт телен өйрәтәбеҙ, буласаҡ инженерҙарға ҡытай теленән дәрестәр биреү ҙә беҙҙең яуаплылыҡта. Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға тәржемәсе ролен дә беҙҙең уҡытыусылар һәм студенттар үтәй.
Факультеттағы теләгән бер студент Ҡытайға бер йыллыҡ стажировкаға барып килә ала, юл хаҡын ғына үҙе түләй, йәшәүе, уҡыуы бушлай. Юлға киткән сығымдарҙы ҡаплатырлыҡ итеп улар Ҡытайҙа эшләп алырға ла өлгөрәләр.
Изге бурыс, мөһим бурыс
– Һуңғы осорҙа башҡорт теленә ҡарата республика етәкселеге тарафынан да иғтибар көсәйҙе, факультетҡа ла эш артҡандыр телде пропагандалау йәһәтенән?
– Беҙгә тик мөмкинлектәр тыуҙырылһын, ең һыҙғанып эшләргә беҙ һәр ваҡыт әҙербеҙ. Республика кимәлендә үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, һәр береһенең уртаһында ҡайнайбыҙ. Күңелле һәм файҙалы мәшәҡәт кенә ул эштең артыуы.
– Һеҙ сит илдәргә, туғандаш рес-публикаларға ла сығып өлгөрәһегеҙ.
– Быныһы ла – көн талабы. Үҙеңдең ҡаҙа-ныңда ғына ҡайнап, факультетты үҫтереп булмай. Башҡаларҙың тәжрибәһен өйрә-неп, шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙағы классик университеттың ҡаҙаныштарын да күрһәтеп ҡайтыу насар түгел. Төрлө фәнни конференцияларҙа, форумдарҙа сығыш яһарға йыш саҡыралар, барыһына ла сығып өлгөрөп кенә булмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Бына әле Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто менән берлектә журналистика һәм шәрҡиәт өлкәләре буйынса белгестәр әҙерләү идеяһы менән янабыҙ. Абитуриент бер юлы ике университетҡа уҡырға инә, ике йылды Башҡорт дәүләт университетында, ике йылды Ҡаҙағстанда уҡый, һөҙөмтәлә бер юлы ике вуз дипломы алып сыға. Йәштәр өсөн шәп мөмкинлек был. Ә былай БДУ-ла төп дипломға Европа ҡушымтаһы биреү практикаһы эшләп килә. Уның буйынса Европа илдәрендә беҙҙең Рәсәй дипломы буйынса эшкә урынлашып, белемеңде артабан дауам итеп була.
Ап-аҡ ҡарҙай аҡ бәхеткә төрөнөп...
– Буш ваҡытығыҙ ҡаламы? Уны нисек үткәрәһегеҙ?
– Буш ваҡытым юҡ тип әйтерлек. Ял көндәрендә мотлаҡ ғаиләм менән булам: ҡышын һырғалаҡта, боҙ майҙансығында шыуабыҙ, йәйен һыу инергә йөрөйбөҙ, яҙлы-көҙлө төрлө парктарға сығабыҙ. Шәмбе-йәкшәмбе балаларға тәмлекәстәр бешереп, уларҙың күңелен күрергә тырышам.
– Ғәҙеллекте яратам тип әйттегеҙ. Ә бына башҡа кешеләрҙә ниндәй сифаттарҙы үҙ итәһегеҙ?
– Ике йөҙлөләрҙе яратмайым. Асыҡ күңелле, тәрбиәле кешеләр менән аралашыу оҡшай.
– Стәрлетамаҡтарға әйтер һүҙҙә-регеҙ бармы?
– Теләктәрем һәммәһенә лә бер инде: донъялар имен тороп, Стәрлетамағыбыҙ, тыуған республикабыҙ артабан да ышаныслы аҙымдар менән алға атлаһын!
– Гөлфирә Рифовна, һеҙ донъя ап-аҡ ҡарға күмелгән мәлдә, ғинуар айында донъяға килгәнһегеҙ. Ниндәй тойғолар менән ҡаршылайһығыҙ юбилейығыҙҙы? Тормошоғоҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Әллә, улай уйланып ултырырға ваҡыт та юҡ ул. Йәштәр араһында йөрөгәс, үҙемде лә йәш тойоп, елдертеп тик йөрөйөм (көлә). Дөйөм алғанда, тормошом менән ҡәнәғәтмен, Аллаға шөкөр. Янымда яҡындарым, тормош иптәшем, балаларым, яратҡан эшем бар, атай-әсәйем иҫән-һау – әҙәм балаһына тағы нимә кәрәк? Ғөмүмән, мин аҙға ла риза булып, Хоҙайҙың һәр биргән көнөнә шөкөр итеп йәшәргә күнеккәнмен. Ана тышҡа ҡарағыҙ әле: һалҡынса көн, яй ғына итеп ҡар һибәләп тора, тирә-яҡта сафлыҡ, ағастарға бәҫ ҡунған – ҡыш миҙгелен яратҡан кеше өсөн был да бәхет ул. Ошо матурлыҡты күрә алыуым, тоя алыуым менән бәхетлемен. Һеҙ әйткәнсә, ғинуарҙа – ап-аҡ ҡар, ә мин ап-аҡ бәхеткә төрөнөп йәшәйем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да шулай бар яҡтан да булдыҡлы, бар яҡтан да оҫта һәм бәхетле булып ҡалығыҙ!

Гөлназ ВӘЛИЕВА,
филология фәндәре кандидаты.
Читайте нас: