Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар 2020, 12:05

Талас урта мәктәбе уҡыусылары – призерҙар иҫәбендә

Ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, ә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында туған телдәр буйынса республика олимпиадалары гөрләп уҙҙы.

Өс көн буйына барған бәйгелә республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре-нән башҡорт телен, туған телдәрҙе ныҡлы белгән, телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү һәм ихтирам менән ҡараған талантлы балалар йыйылды. Башҡорт теле буйынса 400-ләп, туған телдәр буйынса 200-ләп уҡыусы үҙ-ара көс һынашты. Стәрлетамаҡ районынан был конкурста Талас, Үрге Уҫылы, Бүреҡаҙған, Ишпарсово, Рязановка, Яңы Отрадовка урта мәктәптәренән 10 уҡыусы ҡатнашты. Бындай етди һәм мәртәбәле бәйгелә Талас урта мәктәбе уҡыусылары һынатманы һәм уңышлы сығыш яһап, призерҙар иҫәбенә инде. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.
Етәкселәре иһә – Талас урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Солтанова Раушания Саһман ҡыҙы – бар яҡлап талантлы, рухлы, башҡаларға өлгө булып тороусы алдынғы уҡытыусыларыбыҙҙың бе-реһе. Мәктәптә эшләгән йылдарында ул үҙен намыҫлы, яуаплы, үҙ фәнен яҡшы белгән педагог булараҡ танытты. Һәр дәресте ул ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған итеп төҙөргә, уҡыусыларында башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ҙур һөйөү һәм тәрән ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Шуға күрә уҡыусылары менән ниндәй генә һынауға тотонмаһын, һәр саҡ алдынғылыҡҡа өлгәшеп, еңеү яулап ҡайталар.
Педагог үҙенең тәжрибәһен районда ғына түгел, республика кимәлендә лә бик теләп уртаҡлаша. Мәҫәлән, 2019 йылда Раушания Саһман ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының рес-публика конференцияһында доклад менән сығыш яһаны, “Белем биреү-ҙә федераль дәүләт стандарттарын ғәмәлгә ашырыу осоронда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проекттар ысулын ҡулланыу” темаһына оҫталыҡ дәресе уткәрҙе һәм шул уҡ йылда район исеменән башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына делегат итеп тәҡдим ителде.

Шуныһы бик тә ҡыуаныслы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль олимпиадалар исем-легенә индерелде. Тимәк, Баш-ҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән олимпиада еңеүселәренең һәм призерҙарының дөйөм балына өҫтәмә балл ҡушыласаҡ. Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала призер исемен яулап ҡайтҡан Талас урта мәктәбе уҡыусыларын ҡотлайбыҙ. Раушания Саһман ҡыҙына, ғөмүмән, уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙер-ләгән Луговая Раушания Тимерғәле ҡыҙына, Аҡсулпанова Елена Риф ҡыҙына, Әлембәтова Алиса Ғәҙелша ҡыҙына, Кинйәбаева Гүзәл Шамил ҡыҙына, Мәхмүтова Ләйсән Әсғәт ҡыҙына Стәрлетамаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яңынан-яңы профессиональ еңеүҙәр һәм үрҙәр теләйбеҙ.
И. ҠАРАҒОЛОВА,
Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы.
Читайте нас: