Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2020, 20:10

Башҡортостанда уҡытыусыларға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум түләү күҙаллана

Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн яңы түләүҙәр уйлап тапҡандар. Уларҙың йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50 мең алыуҙары мөмкин.

Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларының берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡса тураһында»ғы указы проектында ошо хаҡта әйтелә. Документ республика Мәғариф министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
«Бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме уҡытыусының ағымдағы йылда әҙерләгән сығарылыш уҡыусылары һанына бәйле түгел, бер уҡытыусыға — 50 мең һум. Түләү, уҡытыусыларҙың бынан алдағы йылдарҙа ошо түләүҙе алыу-алмауына ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә билдәләнә», — тип аныҡлана документ проектында.
Премия түләү өсөн аҡса Башҡортостан бюджетынан күсә, тип билдәләнә.
Бынан алда «Башинформ» ҡатын-ҡыҙҙы аборт эшләтеүҙән баш тартырға күндергән акушер-гинекологтарға дәртләндереү аҡсаһын түләргә планлаштырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Һуңғараҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы документ проекты ведомство сайтына элекке редакцияла урынлаштырылған тигән мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.
Башинформ.
Читайте нас: