Ғаризаны ҡағыҙға яҙып килтерергә лә мөмкин.
Беренсе класҡа алыу тураһында ғаризаларҙы ҡабул итеү ике этапта башҡарыла. 1 февралдән 30 июнгә тиклем – учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлгәндәр өсөн;
1 июлдән 5 сентябргә хәтлем – учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн.
«Мәктәптәрҙе электрон комплектлау» һәм «Башҡортостандың дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша ғариза биреү мәктәпкә документтар тапшырыуҙы алмаштырмай, тип белдерҙеләр ведомствола.
Шуға күрә электрон ғариза биргәндән һуң 3 көн эсендә баланың ата-әсәһе (законлы вәкиле) күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе раҫлаған документтарҙы мәктәпкә килтерергә тейеш.
Әгәр документтар билдәләнгән ваҡытта тапшырылмаһа йәки документтарҙа бала хаҡында мәғлүмәттәр Башҡортостан мәктәптәренә электрон сират сервисы сайтында яҙылған мәғлүмәттәр менән тап килмәһә, ғариза ғәмәлдән сығарыла һәм бала дөйөм белем биреү мәктәбенә алынмай. Был осраҡта ата-әсәгә ҡабаттан ғариза тапшырырға кәрәк.