Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль 2020, 18:30

Иң шәп робототехниктар Мәскәүгә бара

Стәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй «Робофест-2020» фестивале уҙҙы.30-31 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат, Ишембай һәм республиканың башҡа район-ҡалаларынан йәш робототехниктар Бөтә Рәсәй «РобоФест» робототехника фестиваленең төбәк этабына йыйылды. Традиция буйынса Башҡортостанда фестивалдең төбәк этабы, БР Мәғариф министрлығы ярҙамы һәм «Толтек Плюс» өҫтәмә белем биреү ойошмаһының уҡыу үҙәге менән берлектә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарыла.

Фестивалгә илленән ашыу команда килгәйне. Ҡатнашыусылар өс йүнәлештә ярышты «Hello, ROBOT LEGO», «Hello, ROBOT OPEN» һәм «РобоКарусель» олимпиадаһы. 7-нән алып 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар идара ителмәле роботтарҙың моделдәрен ҡороу һәм программалау өлкәһендә үҙ белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. «Яһалма интеллект» башҡара алырҙай мәсьәләләр туранан-тура ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһынан тора ине. Иң кескәй конкурсанттарҙың роботтары фишкаларҙы урындарына ҡуйып сығырға тейеш булһа, өлкәнерәктәр иһә кубиктарҙың төҫөн билдәләүсе һәм шуға ярашлы уны ҡайҙа урынлаштырырға ҡарар ҡабул итеүсе үҙенсәлекле «IT-кладовщик» яһап ҡуйҙы.
Стәрлетамаҡта уҙғарылған «РобоФест» - ябай ярыш ҡына түгел. Йыл һайын фестиваль сиктәрендә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы кескәй конкурсанттар өсөн генә түгел, ә иһә робототехника өлкәһендә эшләүсе педагогтар өсөн дә ҡыҙыҡлы саралар әҙерләй. Был юлы уҡытыусылар робототехника буйынса белем биреү семинарын барып күрҙе һәм интеллектуаль квизда ҡатнашты.
«РобоФест» фестивале Рәсәйҙә 2009 йылдан бирле уҙғарылып килә, уға яйлап ҡына Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә йәш техниктар ҡушыла башланы. Бөгөн ул Европала ғына түгел, ә бәлки донъяла иң эре робототехника фестивалдәренең береһе.
«РобоФест-2020» Стәрлетамаҡ өсөн үҙенең биш йыллыҡ юбилейы менән дә әһәмиәтле. Фестивалде ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙы Мәскәүгә барып лайыҡлы итеп күрһәтеү өсөн иң шәп робототехниктарҙы асыҡлау - иң мөһим бурыс түгел. Был – инженер һөнәрҙәренең абруйын күтәреү һәм талантлы йәштәргә ярҙам итеүгә бик шәп мөмкинлек булып тора.
Фестивалдә төрлө йүнәлеш буйынса еңеүселәр билдәләнде. Стәрлетамаҡтан өлкәндәр командаһы “РобоСәйәхәтсе” йүнәлешендә 1-се урын алһа (Әхтәмов Нур, Хәбибуллин Таһир), “РобоТашыусы”ла 2-се (Чекмарёв Глеб, Шкуратов Марат) булды. Ә кескәйҙәр араһында “РобоФишкалар”ҙа Сибәғәтуллин Эльмир, Аралбаева Аделина 2-се урын яуланы. Шулай уҡ Раевка ҡасабаһынан һәм Байгилде ауылынан килгән командалар 1-се урын яуланы.
1-се урындарҙы алған командалар Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «РобоПром-2020» фестивалендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Фестивалдең еңеүселәре:
«Робофишкалар» («Hello, ROBOT LEGO» кескәйҙәр)
1-се урын: Ғафаров Данияр, Ғафаров Дилнар, . Байгилде ауылы
2-се урын: Сибәғәтуллин Эльмир, Аралбаева Аделина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
3-сө урын: Шамукаев Арсений, Имаев Таһир, Байгилде ауылы.
Фестивалдең еңеүселәре:
РобоСәйәхәтсе ("Hello, Robot!" LEGO өлкәндәр)
1-се урын: Әхтәмов Нур, Хәбибуллин Таһир, Стерлетамаҡ ҡалаһы.
2-се урын: Бовкун Тимофей, Мөхәмәҙиева Гүзәлиә, Өфө ҡалаһы.
3-сө урын: Иванов Богдан, Кириллов Александр, Наумовка ауылы.
РобоКурьер ("Hello, Robot!" OPEN кескәйҙәр)
1–се урын: Рементьев Ярослав, Потапова Елизавета Дмитриевна, Раевка ҡасабаһы.
2–се урын: Шишкин Виктор, Йосопов Дарий, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
3–сө урын: Байгилдин Тимур, Хафизов Алексей, Өфө ҡалаһы.
РобоТашыусы ("Hello, Robot!" OPEN өлкәндәр)
1–се урын: Чекмарёв Глеб, Шкуратов Марат, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Һүрәттә: Сибәғәтуллин Эльмир, Аралбаева Аделина 2-се урын яуланы. (Фото БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы рәсми сайтынан алынды.)
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: