Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2020, 14:10

Асыштар яһайҙармы беҙҙә?

Технологиялар үҫешкән заманда ҡайҙа ғына баҡма ла, нимәгә генә тотонма – һәр ерҙә лә уй-фекер емеше, асыш һөҙөмтәһен тоябыҙ, ишетәбеҙ һәм күрәбеҙ. Ә был йәһәттән Стәрлетамаҡта эштәр нисек тора икән? Асыштар яһайҙармы беҙҙә? Фән менән нисек шөғөлләнәләр? Ошондай һорауҙар менән ҡыҙыҡһынып, беҙ әлеге өлкәлә уңыштары булған уҡыу йорттарының береһе – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына йүнәлдек. Йәштәрҙең ғилми ҡаҙаныштары, уңыштары һәм киләсәге хаҡында белем усағының директоры Алексей КОВАЛЬСКИЙ һөйләп үтте.

– Алексей Алексеевич, һеҙҙең уҡыу йортонда студенттар фән менән ҡыҙыҡһынамы?
– Студенттар ғына түгел, студент булырға йыйынған абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре ла хәҙер уҡыу йортон һайлағанда вузда өҫтәлмә белем биреүгә, фән менән шөғөлләнеүгә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек программаларына, яңы технологияларға һәм, хатта гранттарға иғтибар итә. Сөнки, сер түгел, белгестең оҫталығы уның лекциялар ваҡытында алған һабаҡтарына ғына ҡайтып ҡалмай, ә эш менән тәьмин итеүсе йәш кешенең белем кимәле менән бер рәттән эҙләнеүҙәре, әүҙемлеге һымаҡ сифаттарға ла иғтибар итә. Шуға беҙ классик белем биреүҙе инновацион технологиялар менән бергә алып барабыҙ, инновацион технологиялар нәҡ йәштәргә фән менән шөғөлләнергә ярҙам итә. Ғөмүмән, һеҙҙең һорауға яуап биреп, беҙҙә студенттар ғилми эштәр менән ихлас шөғөлләнә, тиер инем.

– Яңы технологияларҙы иҫәпкә алып, студенттарға фән менән шөғөл-ләнеү өсөн ниндәй йүнәлештәр бар?
– Мәҫәлән, “Виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ технологиялары” белем биреү йүнәлеше әлеге мәлдә студент-тарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Бында улар төрлө компанияларҙың ғәмәлдәге ихтыяждары өҫтөндә эшләй. Тимәк, улар әленән үк хеҙмәт баҙарында үҙ урынын тапҡан тигән һүҙ. Иң мөһиме, әлеге студенттарға вузда барлыҡ шарттар ҙа булдырҙыҡ, күптән түгел математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетында лаборатория асылды.

Сәнәғәт темаһын дауам иткәндә, беҙҙең тағы ла мөһим проект нефть һәм газ компанияларына файҙалы. Атап әйткәндә, студенттарҙың эше нефть ҡыуыусы торбаларҙы тиҙ генә тикшерергә, аварияны асыҡларға ярҙам итеүсе пилотһыҙ осоусы аппараттар һәм торбаларҙың торошон тикшереүсе ҡорамалдарға бәйле. Ғөмүмән, бындай аппараттар ауыл хужалығында ла, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм хәрби өлкәләрҙә лә уңышлы ҡулланыла. Ә бына ул ҡорамалдар менән идара итә белгән оҫталар бик аҙ. Шуға ошо йүнәлештә махсус рәүештә вуздың колледжында операторҙар уҡытабыҙ, фәнни эштәр алып барыла.

Яңы технология тигәндән, беҙ был мөмкинлектәрҙе физикала ла, иҡтисадта ла, медицина менән банк өлкәһендә лә, хатта спортта ла уңышлы ҡулланабыҙ, шулай уҡ гуманитар өлкәләр ҙә бар һәм был йәһәттән дә ҡаҙаныштар етерлек: мәҫәлән, беҙ башҡорт телен өйрәнеү буйынса ла һөҙөмтәләргә ирештек. Мәҫәлән, киләсәктә “Урал батыр” эпосы нигеҙендә “Башҡорт уҡсыһы” исемле уйын барлыҡҡа киләсәк. Унда төп геройҙың ҡоралы, дуҫтары, дошмандары, музыка, костюмдар, биҙәлештәр, иң мөһиме, телмәр – барыһы ла башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Байтаҡ балалар компьютер уйындары аша инглиз телен өйрәнә, улар башҡорт теле менән дә ҡыҙыҡһынмай ҡалмаҫ, тип уйлайбыҙ.

– Әлбиттә, был эштәр һәммәһе лә ҡыҙыҡ һәм мөһим. Мәскәү белгестәре менән берлектә фән менән мауығыусы студенттар төрлө компанияларға хеҙмәт күрһәтәләр тинегеҙ, фәндең студент өсөн тағы ла ниндәй әһәмиәтен билдәләп китер инегеҙ?
– Беренсенән, халыҡ-ара хеҙ-мәттәшлек нығына. Беҙҙең көслө базаны аңлап, Һиндостандан һәм яҡын сит илдәрҙән йәштәр күпләп уҡырға килә. Бынан тыш, студенттарҙың эше хатта сит илдәрҙә ойошторолған күргәҙмәләргә сыға, унда донъя кимәлендәге компаниялар тарафынан ҡыҙыҡһыныу тапһа – ҙур еңеү, әлбиттә.
Тағы ла бер мөһим яғы: фән менән шөғөлләнгән студенттар гранттар ота. Мәҫәлән, “Умник – 2019” федераль конкурсында беҙҙең биш студент еңеүсе булды, әлегеләй гранттар йәштәргә белемдәрен сит илдә бушҡа камиллаштырырға, үҫешергә ярҙам итә. Барыһынан бигерәк, фән менән шөғөлләнгән кеше тырыш һәм ныҡышмалы була, ундай сифаттарға эйә шәхескә тормошта юл ярыуы ла еңелерәк – ошолар хаҡында ла оноторға ярамай.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Байрамығыҙ менән ҡотлап, артабан да фәнни асыштар, ҡыҙыҡһыныусан студенттар күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Фото БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: