Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2020, 12:05

Беҙ – сәләмәт туҡланыу яҡлы

4-се гимназияла ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында “Сәләмәт туҡланыу аҙналығы“ уҙғарылды. Ул “Беҙ – сәләмәт туҡланыу яҡлы” девизы аҫтында үтте.

Аҙналыҡҡа уҡыусылар, ата-әсәләр йәлеп ителде. Уҡыусылар араһында конкурстар ойошторолдо. 1-4-cе класс уҡыусылары һүрәт төшөрөүҙә маһирлыҡтарын күрһәтһә, 5-11-се кластар урыҫ һәм башҡорт телдәрендә темаға ярашлы листовкалар эшләне. Конкурс эштәренең күплеге һәм төрлөлөгө жюри ағзаларын ҡыуандырҙы. Иң яҡшы тип табылған эштәр күргәҙмәлә үҙ урынын тапты.

Ата-әсәләр ҙә был саранан ситтә ҡалманы. Улар менән берлектә “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Иң тәүҙә ата-әсәләр мәктәп ашханаһында әҙерләнгән ризыҡтарҙы тәмләне. Сарала ҡатнашыусылар төрлө аш, бутҡа, ҡамыр аштары, компоттарҙан ауыҙ итеп, үҙ баһаһын бирҙе. Сөнки һәр ата-әсә балаһының мәктәптә нисек туҡланыуы менән ҡыҙыҡһына.

Әйтергә кәрәк, быйылғы уҡыу йылынан гимназияла ата-әсәләр патруле әүҙем эшләй. Ата-әсәләр өсөн график төҙөлгән. Улар мәктәпкә килеп, балаларҙың туҡланыуы менән ҡыҙыҡһына, аш-һыуҙы тәмләп ҡарай, гимназия етәкселәренә туҡланыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерә.

“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ “1-се дөйөм туҡланыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Наталья Смагина ҡатнашты. Ата-әсәләр, уҡыусылар Наталья Алексеевнаға туҡланыуға бәйле үҙҙәрен ҡыҙыҡһындыр-ған төрлө һорауҙар бирҙе, йәнле әңгәмә ойошторолдо. Сара һуңында иң яҡшы тип табылған эштәргә йомғаҡ яһалды, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. 4-се гимназия уҡыусыларының һәм ата-әсәләрҙең туҡланыуға айырыуса иғтибар биреүе һөйөндөрә.

Гөлнара БАТТАЛОВА,
4-се гимназияның директор урынбаҫары.

Читайте нас: