Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2020, 11:00

Сағыу асыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Ҡалабыҙҙың хөрмәтле фән берекмәһе вәкилдәре!Рәсәй фәне көнө менән ҡайнар ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Был – ғалимдарҙың, уҡытыусыларҙың, аспиранттарҙың, студенттарҙың һәм барлыҡ ғилемгә ынтылыусыларҙың байрамы. Йәмғиәт үҫеше нигеҙендә һәр саҡ фәнни ҡараш, белемгә ынтылыу һәм хәҡиҡәтте эҙләү ятты.
Стәрлетамаҡтың интеллектуаль ҡеүәте вуздарҙа, колледждарҙа, тикшеренеү үҙәктәрендә, технопарктарҙа һәм етештереү майҙансыҡтарында тупланған. Уҡыу йорттарында йыл һайын Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге ғилми-
ғәмәли конференциялар үткәрелә.
Был көндө һеҙҙең фәнни белем идеяһына тоғролоғоғоҙ, күп көс талап иткән хеҙмәтегеҙ һәм фән өлкәһендә даими эҙләнеүҙәрегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ! Һеҙгә ысын күңелдән һаулыҡ, уңыштар, сағыу асыштар һәм яңы ҡаҙаныштар өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт теләйем!

Ихтирам менән,

Владимир Куликов,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас: