Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль 2020, 21:30
Башҡортостан ауылдарына эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса түләнә
Башҡортостанда ауыл-ҡасабаларға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә күсеп ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләй башлайҙар.
Ошондай бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында тейешле ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында
баҫылып сыҡты
.
Субсидиялар өс йыл дауамында – 2020-2022 йылдарҙа бүленә. Аҡса йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелә.
Документта билдәләнеүенсә, уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен алыуға дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай.
Дәғүәселәргә талаптар иҫәбендә – уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе менән уҡытыусы вазифаһына эшкә урынлашырға тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк.
Күсеп барырға ниәтләгән урындан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта эшләгәндәр йәки йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша алмай. Йә иһә күсергә ниәтләгән урын әлеге ваҡытта йәшәгән йәки эшләгән муниципалитетына тап килһә.
Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын, 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Башинформ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла