Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2020, 15:30

“Башҡорт теле – заманса тел”

Февраль айы ошондай исем аҫтында үтә. Белеүегеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылында һәр ай билдәле бер темаға арнала.

Ошо айҡанлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 19-cы мәктәбендә 1-9-сы класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленә арналған тематик шәмбе үткәрелде. Сара ағымдағы Башҡорт теле йылына планлаштырылған эштәргә байҡау яһау менән башланып китте. Байрамды алып барыусы Хәмзина Элиза һәм Егорова Анна туған телде өйрәнеү – һәр бер кешенең бурысы икәнлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Артабан һүҙ алдынғы уҡыусыларға бирелде. Улар илһамланып, Тыуған илгә, башҡорт теленә арналған бөйөк шағирҙарҙың шиғырҙарын һөйләп, байрамға айырыуса йәм өҫтәне.
Кластан тыш сарала 1- 9-сы кластар өсөн уйын ойошторолдо. Һәр команда маршрут буйынса этаплап төрлө эштәр башҡарҙы. Уйын республикабыҙҙың мәҙәниәтенә, йолаларына, тәбиғәтенә, билдәле артист һәм спортсыларға ҡағылышлы интеллектуаль һорауҙар менән бәйләнгәйне. Башланғыс кластар өсөн “Кем тиҙерәк пазлдар йыя?”, “Йомаҡ ҡоя”, “Ҡалаҡ менән һыу ҡоя” кеүек уйындар бөтә уҡыусыларға ла оҡшаны. Улар ҙа юғалып ҡалманы, һәр эште ентекләп һәм яратып башҡарҙы. 9-сы кластың әүҙем егеттәре лә уйындан ситтә ҡалманы. Уйынсыларҙы музыка менән дәртләндереп торҙо. Сара һуңында еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
7-9-сы класс уҡыусылары өсөн үткәрелгән “Алтын тирмә” уйыны ла үҙенсәлекле булды. Ике команда араһында ярыш көсөргәнешле барҙы. Уйында мәктәп темаһына бәйле «Уҡыусы ни өсөн дәрескә һуңланы?”, “Уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?”, “Дәресте нимәнән башҡа үткәреп булмай?”, “Иң яратҡан дәрес” кеүек һорауҙарға яуаптар бирергә кәрәк ине. Ике команданың капитандары Копрушенкова Влада һәм Бабин Никита бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Уйында ҡатнашыусылар ҙа бирешмәне, һәр һорауға тапҡыр һүҙҙәр менән яуап бирҙеләр. Шулай ҙа «Оптимистар» командаһы юғары балға лайыҡ булды. Көйәрмәндәр ҙә ярыштан ситтә ҡалманы, уйынсыларҙы маҡтап, аҡыллы һүҙҙәре менән дәртләндереп торҙо. Байрам флешмоб менән тамамланды.
Тематик шәмбе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтеп китте. Ошондай саралар – башҡорт телен модалы телгә әйләндереүсе бер аҙым. Ә беҙ ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.
Сәриә ЗӨБӘЙЕРОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: