Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов районда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу процесы менән танышыу маҡсатында мәктәпкә барған. Был, әлбиттә, ысын имтихан түгел, урында имтихан шарттарына тура килтереп әҙерләнгән сара үткәргәндәр. "Һәр кем БДИ нисек үтә, был эш районда нисек ойошторолған, ойоштороу кимәле - барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрә алды", - тип яҙа Әнүәр Рауил улы үҙенең сәхифәһендә. Һүрәттән күренеүенсә, шарттарына тура килтереп, район етәксеһен махсус ҡорамалдар ярҙамында тикшереп (уҡыусы телефон йәки шпаргалка алып инмәһен өсөн шулай эшләнә) индергәндәр.