Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2020, 16:04

“БЕҘ – ГАГАРИНСЫЛАР!”

Шулай тип атала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында кескәйҙәр араһында үткәрелгән республика олимпиадаһы. Был сара 2013 йылдан бирле уҙғарылып килә.

Ә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда йыл һайын инженер-техник белем биреү һәм олимпиада хәрәкәте үҫешенә үҙ өлөшөн индергән һәм Ю.А.Гагарин исемендәге Кубокка республика олимпиадаһын ойошто-роуҙа әүҙем ҡатнашҡан мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм педагогтарҙы ҡотлау тантанаһы үткәрелә.
Шундай тантаналарҙың береһендә беҙҙең етәксе – Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ынйыҡай” 7-се балалар баҡсаһы мөдире Зөлфиә Абдуллина БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты һәм Рәсәй Космонавтика федерацияһының Ю.А.Гагарин исемендәге миҙалы менән бүләкләнде.
7-се балалар баҡсаһы олимпиадала тәүге йыл ғына ҡатнашмай. Быйыл балалар баҡсаһы коллективы һәм ата-әсәләр ярҙамы менән олимпиадала 142 бала сығыш яһаны. Был – ҡала буйынса иң яҡшы күрһәткес.
Сараның тәүге этабы балалар баҡсаһында үтте. “Минең космос донъяһы” конкурсында кескәйҙәр үҙҙәренең хыялдарын күҙ алдына килтереп, һүрәттәрҙә сағылдырҙы. Был бәйгелә Мырҙагилдина Диаш Лаура беренсе урын алды һәм уның эше конкурстың муниципаль этабына ебәрелде.
Ә интеллектуаль полиолимпиадала ҡатнашҡандар үҙҙәренең зирәклеген, фекер-ләү ҡеүәһен, иғтибарлылығын күрһәтергә тейеш ине. Бында әҙерлек төркөмөнән Уразбахтин Инсафҡа етеүсе булманы.
Физкультура олимпиадаһында Ғайнуллин Самир менән Чанышева Арина бөтәһенән дә етеҙерәк, көслөрәк булып сыҡты.
2018 йылда беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Снегерева Ева, “Беҙ – гагаринсылар!” конкурсында физкультура буйынса муниципаль этапта еңеп, республика буйынса лауреат исемен яулағайны.
7-се балалар баҡсаһында йыл һайын шулай уҡ физкультура буйынса “Беҙ – гагаринсылар!” олимпиадаһының муниципаль этабы үткәрелеп килә. Быйыл үҙҙәрен һынап ҡарарға тип, ҡаланың 60 балалар баҡсаһынан иң етеҙ һәм иң отҡор кескәйҙәр йыйылды. Улар оҙонлоҡҡа һикереүҙә, туп бәреүҙә, йүгереүҙә көс һынашты. Хатта яңы рекорд ҡуйыусылар ҙа булды. Был еңеүҙәр – педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең балалар менән шөғөлләнеү һөҙөмтә-һе. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың тырышлыҡтары киләсәктә үҙҙәрендә лә, ата-әсәләрҙә лә, тәрбиәселәрҙә лә еңеүҙәргә дәрт өҫтәр.

7-се балалар баҡсаһы коллективы.

Читайте нас: