Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Февраль 2020, 12:05

Тел уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты

7-се мәктәптә туған тел һәм әҙәбиәт, сит тел уҡытыусылары өсөн ҡала семинары үтте.

Семинарҙың тәүге өлөшөндә мәктәптең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Денис Зәйнәғәбдинов “Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған тел һәм әҙәбиәт, сит тел уҡытыусыларының профессиональ компетенцияһын үҫтереү” темаһына сығыш яһаны. Денис Рәфис улының сығышынан һуң фекер алышыуҙар ҙа булды. Сараның икенсе өлөшөндә башҡорт, рус һәм инглиз телдәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Тажетдинова “Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тасуири уҡырға өйрәтеү” темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, үҙ эш алымдары менән уртаҡлашһа, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Васильева һәм инглиз теле уҡытыусыһы Әҙилә Ниғмәтуллина үткәргән оҫталыҡ дәрестәре лә үҙенсәлекле булды. Килгән ҡунаҡтар дәрестәрҙең юғары кимәлдә үтеүен билдәләне, фекер алышыуҙар барышында улар бында алған тәжрибәләрҙе үҙ эштәрендә мотлаҡ ҡулланасаҡтары тураһында белдерҙе. Мәғариф бүлеге методисы Зөбәржәт Хафизова туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының эштәрен юғары баһалап, уларға артабан да уңыштар теләне.
Семинарҙа шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында рус һәм башҡорт мәктәптәрендә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән «Тыуған яғым – Башҡортостан» исемле методик ҡулланманың авторы Лира Хәбибуллина сығыш яһаны. Лира Әнүәр ҡыҙы йыл миҙгелдәре һәм айҙары, Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары, беҙҙең төбәктә йәшәгән ҡоштар, хайуандар, балыҡтар, йорт хайуандары һәм ҡоштары тураһында баҫмаға ингән шиғырҙар менән таныштырҙы. Уҡытыусылар өсөн ойошторолған сара бик фәһемле булды.

Гөлфиә ТАЖЕТДИНОВА,

7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы.

Читайте нас: