Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2020, 15:00

Етәксебеҙҙән уңдыҡ!

Хеҙмәт юлымда төрлө ҡатын-ҡыҙ етәкселәр менән эшләргә тура килде. Улар араһында яратҡан эшенә бар булмышын, бөтә тормошон бағышлаған үтә лә талапсан етәксе Зөлфиә Урал ҡыҙы АБДУЛЛИНА минең күңелдә айырым бер урын алып тора.

Бөрө педагогия институтының мәктәпкәсә педагогика һәм психология факультетын тамамлап, тәүҙә тәрбиәсе, һуңынан өлкән тәрбиәсе, артабан 56-сы балалар баҡсаһында мөдир булып эшләргә тура килә уға. Ә 2013 йылдан алып Зөлфиә Урал ҡыҙы “Ынйыҡай” исемле 7-се балалар баҡсаһын етәкләй.
Беҙ уны шул тиклем тырыш, эше өсөн янып, уның эсендә ҡайнаған етәксе итеп беләбеҙ. Бында ул көслө педагогик коллектив туплаған, илке-һалҡылыҡҡа, ялҡаулыҡҡа һис кенә лә урын юҡ. Һәр тәрбиәсе, һәр хеҙмәткәр бындағы талапты, ҡағиҙәне бик яҡшы аңлай.
Белеүегеҙсә, киләсәк быуын балалар баҡсаһында формалаша, тәрбиәләнә, нығына. Шуның өсөн дә бында кескәйҙәр өсөн матур шарттар булдырылған. Ата-әсәләрҙең, балаларҙың иртүк йылмайышып, һаулыҡ һораша-һораша килеп инеүҙәре лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Улар хатта үҙҙәренең фекерҙәрен, рәхмәттәрен һәр саҡ етәксегә лә әйтеп тора. Хәҙерге заман ата-әсәләр уҡымышлы ла, алдынғы ҡарашлы ла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр шарттарҙа көн иткән сабыйҙар ҙа юҡ түгел. Уларға ярҙам, айырым иғтибар талап ителә. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып ойошторола балалар баҡсаһында тәрбиәүи эш.
Әйткәндәй, Зөлфиә Урал ҡыҙы етәкселегендәге педагогик коллектив үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ҡала, республиканан тыш уҙғарылған са-раларҙа, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, сертификаттар – быға асыҡ дәлил.
Коллективтың тынғыһыҙ эшмә-кәрлеген күреп, 2017 йылдың октябренән 7-се балалар баҡсаһына Федераль мәғарифты үҫтереү институтынан “Һуҡмаҡ” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эксперименталь майҙансыҡ статусы бирелде. Был программа өс йәштән алып алты йәшкә тиклемге балаларҙың шәхес булараҡ үҫешен, физиологик һәм психологик үҙенсәлектәрен билдәләй.
“Ынйыҡай”ҙа зауыҡ менән биҙәлгән кабинеттар үҙенә йәлеп итеп тора. Етәксенең тырышлығы менән заман талаптарына яуап бирерлек балаларға өҫтәлмә белем биреү ҙә ойошторолдо. Бында кескәйҙәрҙе уҡырға ла, инглиз теленә лә өйрәтәләр. Шулай уҡ менталь арифметика, шахмат, йыр, бейеү түңә-рәктәре эшләй. Былар барыһы ла кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтерергә ярҙам итә.
Зөлфиә Урал ҡыҙы көслө методист та, тип әйтер инем. Шуғалыр ҙа ҡала күләмендәге күп семинарҙар, форумдар, “түңәрәк өҫтәл”дәр беҙҙең нигеҙҙә йыш уҙғарыла.
Балалар баҡсаһы мөдире һәр бер эште еренә еткереп башҡара, башҡаларҙан да шуны талап итә. Ул бер генә мәсьәләне лә күҙ уңынан ысҡындырмай, һәр сетерекле йәки ябай хәл-ваҡиғаны яуапһыҙ ҡалдырмай. Уйлаған пландарын, башҡараһы эштәрҙе уртаға һалып аңлата һәм башҡаларҙың да фекеренә ҡолаҡ һала.
2013 йылдан алып традицияға ингән “Беҙ – гагаринсылар!” республика кимәлендәге мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн олимпиада тураһында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Быйыл был сарала ҡатнашыу өсөн беҙҙең балалар баҡсаһынан 142 бала теләк белдерҙе. Был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы хәл. Зөлфиә Урал ҡыҙының был тәңгәлдәге эҙләнеүҙәре, тынғыһыҙ хеҙмәте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты һәм Рәсәй Космонавтика федерацияһының Ю. Гагарин исемендәге миҙал менән билдәләнде.
Эшеңдән йәм табып йәшәүҙән дә оло бәхет бармы икән? Башҡарған хеҙмәтеңде, түгелгән көсөңдө Хөкүмәтебеҙ лайыҡлы баһалай икән, әлбиттә, был оло ҡыуаныс. Быға бер кем дә битараф була алмайҙыр. Зөлфиә Урал ҡыҙы бөгөнгө көндә – БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, 2012 йылдан “БР-ҙың иң яҡшы етәксеһе” исеменә лайыҡ булған булдыҡлы етәксе. Бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар – барыһы ла уның тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.
Зөлфиә Абдуллина хәстәрлекле әсә лә. Яратҡан улы Динар әсәһен яҡшы уҡыуы, күпте белеүе, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән ҡыуандырып тора. Бик етди, аҡыллы егет булып үҫеп килә ул. Артабан да уңышлы көндәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар юлдаш булһын уларға.

Гөлнара РАУИЛОВА,

“Ынйыҡай” балалар баҡсаһы психологы.

Читайте нас: