Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров билдәләүенсә, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә уҡытыусыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм педагогтарға киләсәктә лә ярҙам буласаҡ.
– Һеҙ традицияларҙы үҫтерәһегеҙ, уҡытыусы хеҙмәтен юғары кимәлгә күтәрәһегеҙ, – тине Фәнүр Мөхәрәм улы. – Ең һыҙғанып эшләүегеҙ йәмғиәтте алға этәреүҙә ҙур роль уйнай.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәзилә Низамова еңеү яуланы, ә тамашасылар һөйөүенә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова лайыҡ булды. Ә "Йыл уҡытыусыһы-2020" конкурсы еңеүсеһе тип Өфө ҡалаһының 95-се урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Фидан Ғафаров танылды.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.