Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель 2020, 00:04

Тимур Маннанов «Мин — һөнәрмән» олимпиадаһында бронза яуланы

Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Тимур Маннанов ике йыл рәттән Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында уңыштарға өлгәшә.

Әйткәндәй, «Мин — һөнәрмән» олимпиадаһы «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» президент платформаһының алдынғы проекттарының береһе, Рәсәй вуздары студенттары өсөн киң күләмдәге практик-йүнәлешле ярыш. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Ярыштар 68 йүнәлеш буйынса үткәрелде.

Тимур университетта “Газохимия” белгеслеге буйынса белем ала. Ул быйылМин – һөнәрмән” олимпиадаһында “Физик химия һәм катализ” йүнәлеше буйынса бронза миҙал яулай.

- Быйыл мин өс йүнәлеш буйынса ҡатнаштым, шуның берәүһе буйынса миҙал алдым, икенсеһендә - еңдем, ә йомғаҡлау этабында бер балл да йыя алманым. Әммә борсолмайым, сөнки бында алған тәжрибә киләһе йылда ярҙам итәсәк, - ти Тимур.

Тимур 2019 йылда ла олимпиадала ҡатнашып, ошо уҡ йүнәлеш буйынса көмөш миҙал яулаған. Ул киләһе йылда ла олимпиадала ҡатнашырға теләй.

Был проект талантлы студенттарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Олимпиада дипломанттары өсөн магистратураға һәм аспирантураға ингәндә льготалар ҡаралған, стажировканы профилле компанияларҙа үтергә мөмкинлек булдырыла. Ә миҙалға эйә булыусыларға 300 мең һумға яҡын премия бирелә.

Читайте нас