«Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үтәсәк. Әммә уҡыусылар тормошондағы иң мөһим байрам булһын өсөн, тәртип һаҡларға кәрәк», - тине Кравцов.
Етәксе һүҙҙәренсә илдәге хәлдәр ҡуйылған режимды үтәүҙән тора.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә Стәрлетамаҡта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев һәм мәктәп директорҙары ассоциацияһы рәйесе Риф Тажиев ҡатнашлығында үткән брифингта ла был һорау ҡаралғайны. Етәкселәр иһә мәктәп сиктәрендә генә үткән сығарылыш кисәләрен генә түгел, ә ҡалабыҙ өсөн йола булып торған бөтә сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында үткән сығарылыш балын һаҡлап ҡалыу пландары менән бүлеште.