Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2020, 22:50

БАШЛАНЫП КИТТЕ УҠЫУҘАР ОНЛАЙН ДӘРЕС МЕНӘН

Шулай итеп, яңыса уҡыу форматының беренсе аҙнаһы артта ҡалды. Әлбиттә, ҡапыл яңы ысулға күсеп китеү уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә – ҙур һынау. Тик, ни ҡылаһың, әлегә килеп тыуған киҫкен хәл шуны талап итә – дистанцион уҡыу хәүефһеҙерәк. Стәрлетамаҡта яңы шарттарҙа уҡыу процесы нисек ойошторолған – был турала ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Йыһанша улы ИШБАЕВ менән әңгәмә.

Һүрәттә: 7-се мәктәп уҡытыусыһы Эльмира Мортазина дәрес үткәрә.
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 1-се класс уҡыусылары Инсаф Вәлитов, Алтынай Баталова,
Диана Бәҙәмшина, Алина Әмирова дистанцион уҡыу мәлендә.
– Ҡалала, ғөмүмән, нисә уҡыусы бар һәм уларҙың нисәүһе дистанцион уҡый?
– Бөгөнгө көндә ҡалала 33656 уҡыусы бала иҫәпләнә. Барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмаларында ла алыҫтан тороп уҡыу ойошторолдо һәм уҡыусыларҙың йөҙ проценты дистанцион уҡыуға күсте. Уҡытыусылар дистанцион дәрестәр ойошторор өсөн тейешле уҡыуҙар үтте, ата-әсәләр менән дә балаларына ситтән тороп уҡыр өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса эштәр алып барылды.
– Ниндәй уҡыу алымдары бар? Ниндәй платформалар ҡаралған?
– Арауыҡта уҡытыуҙың өс алымы бар: онлайн-дәрестәр – бының өсөн уҡыусыға компьютер һәм юғары тиҙлекле интернет кәрәк; электрон кейстар – компьютер һәм интернет кәрәк, смартфондағы йәки планшеттағы мобиль интернетты файҙаланырға мөмкин; ҡағыҙ кейстарға компьютерҙың да, интернеттың да кәрәге юҡ, уҡыусыларға эш ҡағыҙ битендә тапшырыла. Һәр баланы уҡытыу алымы техник мөмкинлектән сығып билдәләнә. Был мәсьәләне класс етәксеһе менән ата-әсә хәл итә.
Онлайн тәртибендә уҡығанда уҡытыусылар дәрестәрендә ҡулланған һанлы белем биреү ресурс-тары файҙаланыла. Үткән аҙна һөҙөмтәләре буйынса, Skype, Zoom сервистарын, бынын тыш, “Яндекс.Дәреслек”, “Якласс” платфор-маларын ҡулланып, 9398 онлайн-дәрес үткәрелде. Шулай уҡ 88 бала ҡағыҙ кейстар алды.
– Көнөнә уртаса нисә онлайн дәрес бирелә?
– Уртаса 1800 онлайн дәрес килеп сыға.
– Был көндәрҙә балалар баҡсаларында ла эш туҡтатылманы, нисә дежур төркөм эшләп килә һәм уларҙа балалар күп шөғөлләнәме?
– Ил Президенты тарафынан эшләмәйбеҙ тип иғлан ителгән осорҙа, ҡалала ата-әсәләре эшләгән балалар өсөн генә дежур төркөмдәр асылды. Бөгөнгө көндә 7 балалар баҡсаһында 17 төркөм эшләп килә һәм уларҙа яҡынса 150 бала шөғөлләнә. Был мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында иҫкәртеү һәм карантин саралары уҙғарыла: тән температураһын үлсәйҙәр, сирле балаларҙы төркөмгә ҡабул итмәйҙәр, сабый ауырып китһә, уны шунда уҡ изоляциялап, кисекмәҫтән ата-әсәһенә хәбәр итәләр.
– Дистанцион уҡыу мәлендә аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән тәьмин ителгән балалар ҙа бар. Ошо хаҡта ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Ҡоро паектағы аҙыҡ йыйылмаһы төрлөсә: ул күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусыларға һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға көнөнә нисә һум бүленеүенән сығып иҫәпләнә. Аҙнаһына бер тапҡыр бирелгән тупланмаға ярмалар, макарон изделиелары, консервалар, һут, печенье, көнбағыш майы һәм башҡа тиҙ боҙолмай торған аҙыҡтар инә.
– Уҡытыу эшендә ауырлыҡтар бармы?
– Әлбиттә, был процесты ойоштороу еңел түгел, берҙән, уҡыусыларҙың ин-тернетлы гаджеттары булыу, икенсенән, педагогтарҙың заман технологияларын яҡшы үҙләштереүе шарт. Шулай ҙа, уҡытыусылар әйтеүенсә, электрон технологиялар менән ҡатмарлыҡтар юҡ. Дистанцион дәрестәрҙе лә мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп уҙғарырға мөмкин, электрон дәрестәрҙең программалары, методик ҡул-ланмалар етерлек.
– Яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Читайте нас