Мәғариф
19 Мая 2020, 12:10

Нимә һуң ул – кейс-технология?

Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша. Эйе, ябай булманы быйылғы йыл. Иң ҙур яңылыҡ, әлбиттә, дистанцион белем биреү ине. Ул мәктәп алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Заман менән бергә атлау, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы үҙләштереп өлгөрөү өсөн, уҡыусыларҙың туҡтауһыҙ үҙ аллы белем алыуға ынтылыуына, ижади эшмәкәрлегенә, мәҙәниәтле булыуына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк.

Уларҙың донъяны танып белеү эшмәкәрлеген, аҡыл үҫешен әүҙемләштереү, үҙ аллы эшләргә өйрәтеү бурысын тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу процесына яңы кейс-технологияны индереү кәрәк булды. Күптәр, бигерәк тә, педагогиканан алыҫ булғандар был технологияның асылын (исемен дә, есемен дә) аңламай ҡалды.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был методиканың нигеҙендә боронғо дәүер философы Сократтың хеҙмәттәре ята. Күп быуаттар элек үк, ул былай тип яҙған: ”Әгәр белем баланың рухи булмышын ҡуҙғытмай, бала күңелен уйландырмай, уны ижади эшмәкәрлеккә этәрмәй, әҙер көйө бирелә икән, уның файҙаһы ла, ҡәҙере лә булмаясаҡ. Кеше үҙ эшмәкәрлегенең емешен татығанда ғына белем файҙалы”. Шунда уҡ Сократ уҡытыусының да бурыстарын билдәләй: “Уҡыусы бала эҙләнеүсе, тикшереүсе, өйрәнеүсе сифатында ҡат-нашырға, ә уҡытыусы уны шул эшмәкәрлеккә этәреүсе вазифаһын үтәргә тейеш”. Мең йылдар элек яҙылған хеҙмәт беҙҙең көндәрҙә мәғариф өлкәһендә яңы технология – кейс-стади булып китер тип кем уйлаған…
Кейс-стади технологияһы – ул ябай методик яңылыҡ, конкрет белем һәм күнекмәләр генә түгел, ә ысынбарлыҡ шарттарында ҡоролған уҡыусыларҙың интеллект һәм коммуникатив потенциалын үҫтереүсе технология. Иң мөһиме, ошоно аңлау зарур. Ә ситуациянан тыш телмәр тыумай. Һәр бер ситуацияның урыны, ваҡыты, аралашыусыларҙың характеры, ролдәре була. Унан тыш, аралашыу барышында мотлаҡ хәл ителергә тейешле телмәр мәсьәләһе булыуы шарт. Проблемалы шарттарҙы дәрестә уҡытыусы булдыра. Берәй шартлы хәл тыуһын өсөн фекер ҡаршылығы булыуы мөһим. Бер үк проблемаға төрлө ҡараштың булыуы уҡыусыларҙа бәхәс тыуҙыра. Дискуссияла ҡатнашып, уҡыусылар үҙҙәренең төрлө өлкәләге белемдәрен файҙа-ланып ҡына ҡалмай, бер-береһе менән аралашыу ваҡытында сағыштыра, ана-лизлай, һығымта яһай. Сит кешенең фекерен тыңларға, үҙ фекерен иҫбатларға, аралашыуҙа ҡатнашырға өйрәнә.
Яңылыҡтарҙан ҡурҡырға ярамай. Академик Ғайса Хөсәйенов: “Фән – ул икеләнеүҙәр менән башлана, ышаныс менән бөтә,” – ти. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Эшебеҙ йәмғиәт алдында ғорурланырлыҡ булһын! Һоҡ-ланыу – ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ә ҡыҙыҡһыныу – мауығыуға һуҡмаҡ, мауығыу – белем донъяһына юл…
Әҡлимә ИБӘТУЛЛИНА, 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фото daypic.ru
Читайте нас