– Стәрлетамаҡ районында 29 дөйөм белем биреү мәктәбе, 13 филиал, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Әлеге ваҡытта бында онлайн режимда дистанцион белем биреү тейешле кимәлдә ойошторолған. 2580 бала – онлайн режимда, 1470 уҡыусы – электрон кейс, ә 15 бала ҡағыҙ кейс ҡулланып белем ала, – тип белдерә райондың мәғариф бүлеге начальнигы Эльвера Иманғолова. – Дистанцион белем алыу ваҡытында мәктәп уҡыусыларына бушлай аҙыҡ-түлек таратыла. Районда бушлай туҡланыуға 1175 бала хоҡуҡлы. Уларҙың 951-е аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән, 199-ы – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар иҫәбенән, ә 25-е – инвалид балалар, – тип тә өҫтәй Эльвера Ғүмәр ҡыҙы белем биреүҙән тыш бурыстар хаҡында.
Коронавирус арҡаһында райондың балалар баҡсаларында һәм мәк-тәпкәсә төркөмдәрҙә эш туҡтап торҙо.
Дистанцион эш режимына күсеүгә ҡарамаҫтан, мәғариф бүлеге эшен дауам итә. Беренсе апрелдән бирле видеоконференция режимында райондың белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәғариф бүлеге һәм белгестәре, мәктәптәрҙәге дистанцион белем биреүгә яуаплы кешеләр менән кәңәшмәләр көн һайын ойошторолоп тора.