Уҡытыусы дәрестә уҡыусыларҙың күберәк үҙҙәрен эшләтергә тырышырға тейеш. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект ысулын ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә. Уҡыусы үҙ эшенә баһа бирергә, башҡортса дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәнә.
Башҡорт теле дәрестәрендә проектлау технологияһы уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, үҙ аллы фекерләү һәләтен, ижади һәләттәрен үҫтерә. Әлбиттә, проект технологияһын ҡулланғанда һәр балала үҙенең теле, традициялар, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре аша башҡорт милләтенә, уның тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү иң төп бурыстарҙың береһе булып тора. Шуға күрә, дәрестә белем һәм тәрбиә биреү бер бөтөн булып үрелеп барырға тейеш.
Проектлау технологияһының бер нисә төрө бар, мәҫәлән: уйын проекты (ролләп уйнау), мәғлүмәти проект, эҙләнеү проекты, ижади проект һәм логик-мәғәнәүи модель.
Проектлау методын ҡулланыу тик ошо ысул менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай әле, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡуллана ала. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә. Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй. Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе менән шәхси һәләттәре бергә алына. Уҡыусыла конкрет проект буйынса теүәл эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята. Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә: проблемалы өлкә эҙләп табыла; проект темаһы асыҡлана (теманы ни өсөн һайланыҡ, төрлө варианттар араһынан ни өсөн ошо вариант һайланғанын аңлатырға); эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала; был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, күргәҙмә эштәрҙе ҡарау, төрлө сығанаҡтар менән танышыу һ.б.); эште башҡарыу этаптары асыҡлана.
Проектты яҡлау презентация формаһында ойошторолорға мөмкин. Проекттың емеше булып уның һөҙөмтәһе тора. Һөҙөмтә бар икән, тимәк, уҡыусы эште үтәй алған. Уҡыусылар бер-береһенә һорауҙар бирә. Тәүҙә уҡыусы баһаны үҙенә үҙе ҡуя, унан класташтары уны баһалай, һуңынан уҡытыусы.
Проект технологияһын ҡулланыу телде аңлауға, һүҙлек запасы туплауға, диалогик һәм монологик телмәрҙең үҫешенә ярҙам итә, уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә.
Зимфира ХӘЙРУЛЛИНА,
17-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.