Мәғариф
18 Июнь 2020, 11:35

Алға “ВПеред!”

Стәрлетамаҡтың мәғариф учреждениеларында дистанцион өҫтәмә белем биреү дауам итә. 36 мәктәп һәм 6 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы йәйге белем биреү программаһын тормошҡа ашыра. Унда 300 педагог һәм 8 мең уҡыусы ҡатнаша. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары базаһында аҙналыҡ онлайн-лагерҙар ойоштороу – Стәрлетамаҡ өсөн яңы тәжрибә. Уға ҡарамаҫтан, эштәр әүҙем бара. “ВПеред!” онлайн сменаһы – быға асыҡ дәлил.

Был смена 16 июндә А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында асылды, ул халыҡ-ара статус алды. Бында Татарстандан, Рязань, Ырымбур, Белгород, Курск өлкәләренән, Краснодар крайынан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Ливандан, Молдовиянан, Панама һәм Иорданиянан 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге “Еңеү волонтерҙары” бөтә Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәте ағзалары ҡатнаша.
Аҙна дауамында вожатыйҙар һәм балалар тарих биттәре буйлап сәйәхәт итәсәк, уларҙы чек-биттә төрлө эштәр, йүнәлеш етәкселәренән, билдәле спортсыларҙан ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, мауыҡтырғыс дөйөм лагерь саралары, иртәнге зарядка, дискотека һәм дә бөтә донъя буйынса яңы дуҫтар көтә. Ә иң әүҙемдәргә “Еңеү волонтерҙары” бөтә Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәтенең сертификаттары һәм иҫтәлекле приздар оторға мөмкинлек буласаҡ. Смена 22 июнгә тиклем дауам итә.
Был онлайн-сменаны булдырыуға “Еңеү волонтерҙары” хәрәкәтенең төбәк координаторы, А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы методисы Мәҙинә Собханғолова һәм федераль координатор Ольга Дубикова дәртләндерә. Онлайн осрашыуҙар һәм балалар менән аралашыу "Бәйләнештә", Zoom, What`sApp, һәм Instagram сәхифәләрендә ойошторола.
Фото: ҡала хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Читайте нас