Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Мәғариф
5 Августа 2020, 16:00

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы дауам итә

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына 15 мең самаһы ғариза тапшырылған.

Ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Марат Заһиҙуллин әйтеүенсә, йәштәр “Лингвистика” йүнәлешен үҙ итә. Бында бер урынға 15 кеше тура килә.
Башҡорт дәүләт университетына быйыл өҫтәмә 126 бюджет урыны бирелгән. Ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Ринат Төлкөбаев беҙҙең радиоға ошоларҙы хәбәр итте.
Читайте нас