Стәрлетамаҡ ҡалаһының 19-сы мәктәбендә туған телдәрҙе һаҡлау һәм киләһе быуынға тапшырыу маҡсатында Шиғриәт бәйгеһе үткәрелде. Был асыҡ сараға төрлө милләт вәкилдәре саҡырылды. Улар башҡортса, русса, татарса сыуашса, мордваса һәм инглиз телдәрендә үҙҙәренең “Ғаилә йылына” бағышланған шиғри әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Конкурс бик тә көсөргәнешле барҙы. Мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең әсәйҙәре, өләсәйҙәре, хатта һеңлеләре менән сығыш яһаны. Мәҫәлән, икенсе класс уҡыусыһы Анастасия Алексеева уҡытыусыһы, өләсәһе ярҙамы менән тотош театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Был композиция быуындар араһындағы татыулыҡ, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырҙы. 7-се класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Азалия Хамзина әсәһе менән башҡорт телендә сығыш яһаһа, Диана Хәсәнова һәм Дамира Рәфҡәт ҡыҙы шул уҡ мотивтағы шиғырҙарҙы татар телендә башҡарҙы. 3-сө класс уҡыусыһы Валерия Камалованың әсәһе менән урыҫ телендә башҡарған шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы, хатта тамашасыларҙың күңелдәрен йомшартып, күҙҙәренә йәш алырға мәжбүр итте. 9-сы кластан Динара Ҡунафина балалар баҡсаһына йөрөгән һеңлеһе менән һуғыш йылдарындағы аяныслы ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы.
Екатерина Сараева өләсәһе менән мордва телендә сығыш яһаны. Телде күптәр белмәһә лә, шиғырҙар өләсәй менән ейәнсәр диалогынан торғанын аңланы. Башҡа уҡыусылар ҙа бик етди әҙерләнгәйне. Мәктәптең биология һәм химия уҡытыусыһы Валентина Петровнаның сыуаш телендәге йыры сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Шулай итеп, сәмле шиғри бәйге аҙағына ла килеп етте. Жюри ағзалары аптырашта ҡалды. Сөнки һәр сығыш үҙенсәлекле, матур, йәмле ине. Оҙаҡ уйлағандан һуң, улар был бәйгелә еңеүсе лә еңелеүсе лә юҡ тип, һәр ҡатнашыусыны ла еңеүсе тип атаны. Был күркәм сараны ойоштороусыларға, туған телдәргә битараф булмаған, йөрәге менән янған мәктәп директоры Эльвира Ғүмәр ҡыҙы Иманғоловаға ата-әсәләр исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай шиғри бәйге һуңғыһы булмаһын, алдағы йылдарҙа тағы ла сәмлерәк, дәртлерәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, матур бер традицияға әйләнер тигән теләктә ҡалабыҙ.