Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
22 Ғинуар 2021, 14:00

БЕЛЕМ АРТЫНАН СТӘРЛЕТАМАҠҠА...

Кеше ғүмеренең иң күңелле осоро – студент йылдарын кем генә һағынып иҫкә алмай икән? Тимәк, был көн – әлеге ваҡытта студент булған һәм студент йылдары артта ҡалғандарҙың уртаҡ байрамы. Яҡын кешеләреңдән айырым йәшәргә өйрәнеү, тәүге һөнәри белемгә төшөнөү, тормош юлдарынан айырылмаҫлыҡ тоғро дуҫтар табыу – барыһы ла студент йылдары менән бәйле. Башҡортостанда сит илдәрҙән килеп белем алыусы студенттар ҙа байтаҡ тиергә була. Шуларҙың береһе Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында белем алыусы ҡырғыҙ ҡыҙы Нурайым БАҠТЫБӘКОВА. Тәү ҡарауға үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына оҡшап, оялсан, алсаҡ булыуы менән үҙенә тартып торған Нурайым менән нисек итеп уҡыу йортон һайлағаны, башҡорт һәм ҡырғыҙ халҡының оҡшашлыҡтары, ҡайҙа ғына йөрөһә лә йөрәгендә тыуған яҡ моңдарын йөрөтөүе хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ҡунаҡсыллыҡ менән оҡшаш беҙ!
– Күп осраҡта балалары өсөн ата-әсәләре уҡыу йортон һайлай, һинең нисек булды? Һеҙҙә был мәсьәлә нисек ҡуйылған?
– Мин Ҡырғыҙстан Республикаһы Ысыҡ-Күл (Эҫе күл) өлкәһенең Ете-Өғуҙ районы Барҫҡон ауылында тыуғанмын. Атай-әсәйем ябай кешеләр. Әлбиттә, Башҡортостанданмы һин, Ҡырғыҙстанданмы, бар ерҙә лә ата-әсә балаһы өсөн тик яҡшылыҡ теләй, әммә бар ерҙә лә хатта артыҡ ҡурсалап, улы йәки ҡыҙы өсөн уҡыу йортон һайлаусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, дуҫтарым араһында ла улар өсөн ата-әсәһе уҡыу йортон һайлап ебәргәндәре бар. Миңә килгәндә, киреһенсә, үҙем ағайымдан ишетеп, башҡорт теле һәм төрки филологияһы факультетында бюджет урындары булыуын белгәс, ата-әсәйем менән кәңәшләшеп, бында уҡырға килергә булдым. Туғандарым был ҡарарҙы хупланы. Ҡырғыҙстанда балдар буйынса өс абруйлы уҡыу йортона үтһәм дә Башҡортостанда уҡығым килде. Документтарымды ебәреп, август айҙарында бында килгәйнем инде. Әле 4-се курстамын.
– Башҡорт һәм ҡырғыҙ менталитеты араһында айырма тояһыңмы?
– Беләһегеҙме, улар бик ныҡ оҡшаш, шуғалырмы, тиҙ өйрәндем мин был яҡтарға. Телдәр генә айырыла тиерлек. Бында күбеһе рус һәм башҡорт телендә һөйләшһә, беҙҙә – ҡырғыҙ телендә генә. Милли аш-һыу, йыр-бейеүҙәр... ә иң мөһиме: ҡунаҡсыллыҡ менән оҡшаш беҙ!
Тәүҙә ҡайһы бер кешеләрҙең үҙенән оло булғандарына “һин” тип өндәшеүҙәре аптыратҡайны, әлбиттә. Беҙҙә бит аҙ ғына олораҡ булған кешегә лә “һеҙ” тип әйтәбеҙ. Ошондай күренештәрҙә айырма табырға булыр ине, ә ғөмүмән, бер туған кеүек икәнбеҙ.
Остаздарымдан уңдым!
– Стәрлетамаҡ вузында уҡыуы ауырмы? Башҡорт теле һәм төрки филологияһы фа-культеты һинең өсөн ниндәй яңы мөмкинлектәр асты?
– Беренсе курста уҡығанда ауырыраҡ булды, сит-ят ерҙә, туғандарһыҙ йәшәүҙең йоғонтоһо булғандыр, тип уйлайым. Деканыбыҙ Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева һәм курс етәксеһе Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Арыҫлановаға ҙур рәхмәт, бар яҡтан да ярҙам ҡулы һуҙып торҙолар. Күңелемдә яҡты киләсәккә өмөт уяттылар. Уҡытыусылар ярҙамында мин башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙең серенә төшөнөп кенә ҡалманым, ке-шеләр менән аралашырға, ҡыйыулыҡҡа, бейергә, йырларға өйрәндем. Пандемияға тиклем буш ваҡытта “Датҡайым”, “Йөрәктау” ансамблдәренә йөрөй торғайным.
– Беренсе имтихан ваҡытында ниндәй тойғолар кисергәйнең, хәтерләйһеңме?
– Әлбиттә, тәүҙә ҡурҡыуҙан ҡалтыранып төштөм, аҙаҡтан инде тапшырып сыҡҡас, ата-әсәйемә шылтыратып, ҡыуанысым менән бүлештем.
– Студент булыу күңелле, шулай уҡ уның өсөн һәр саҡ аҡса етмәү проблемаһы ла билдәле. Башҡортостанда уҡып, йәшәү өсөн күпме аҡса китә?
– Төрлө кешегә төрлөсәлер тип уйлайым. Кемдер аҡсаны тотона белә, кемдер юҡ. Миңә, мәҫәлән, айына ун мең һум артығы менән етә. Гел генә өйҙән ярҙам көтөп булмай, уҡыуҙан буш ваҡытта сауҙа өлкәһендә эшләп тә алам.
– Һинеңсә, студент булыу – ул...
– Яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ, тип әйтер инем, сөнки нәҡ йәшлектә алған белем һәм һабаҡтар, тормош багажы ғүмерлеккә таяныр нигеҙ була, шуға ошо осорҙо әрәм итмәй, дөрөҫ юл һайлай белеп йәшәргә кәрәк, минеңсә.
Уҡыуҙы бында дауам итәсәкмен
– Стәрлетамаҡта яратҡан урындарың булып өлгөргәндер дүрт йылда...
– Уҡыу йортом, Ҡала мәҙәниәт һарайы, боронғо ҡала – ошо инде минең яратҡан урындарым. Ваҡыт булғанда ҡала буйлап атлап үтеү оҡшай, әммә уҡыу күп ваҡытты ала, шуға гел генә бөтә яратҡан урындарҙы күреп тә булмай.
– Артабанғы тормошоңдо Башҡортостан менән бәйләгең киләме, буласаҡ һөнәрең буйынса эшкә ҡалыр инеңме?
– Эйе, киләсәктә бында магистратураға инеп, эш табырға тигән уйҙар бар. Сөнки мин бындағы кешеләрҙең ихласлығына, дуҫлығына, ҡунаҡсыллығына, йомартлығына хайран ҡалам. Бында үҫеш бар. Башҡортостанды, Стәрлетамаҡты тиҙ арала яратып өлгөрҙөм. Уҡып та, эшләп тә була, тирә-яҡтағы матурлыҡҡа һоҡланып йәшә лә йәшә!
– Рәхмәт, Нурайым. Беҙ һиңә киләсәктә бар-лыҡ уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, имти-хандарҙа уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо.
Читайте нас