Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
9 Февраль 2021, 08:55

КОЛБА, ТРАНЗИСТОР ҺӘМ ҠАТ-ҠАТ КИТАПТАР…

Лицейҙың йәш ғалимдары төрлө йүнәлештә шөғөлләнә.…Бүлмәлә тынлыҡ. Остаз егеттәрҙе күҙәтә. Кемдер роботтың тышҡы деталдәрен йыя, кемдер чиптар йәбештерә. Әммә йәш ғалимдар ниндәй генә эште башҡармаһын, ҙур яуаплылыҡ тойоп, мөкиббән китеп шөғөлләнә улар. Ә күҙҙәр һуң нисек яна! Уҡыусыларҙан сабырлыҡ та, ныҡышмалылыҡ та талап ителә был мәлдә, сөнки бер аяҡ-ҡулды йыйыр өсөн генә лә бит күпме ваҡыт, белем кәрәк. Шул саҡ… робот ҡыбырҙап ҡуя, ә егеттәрҙең күҙҙәре тағы ла нығыраҡ балҡып китә!.. Йәш ғалимдарҙы аңлата алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлелек тойғоһо, хыялдар солғап ала. Был ваҡытта химия буйынса ла тәжрибәләрҙең ҡыҙған мәле – төтөн сыға, шыйыҡса төрлө төҫтәргә инә һәм… яңы матдә (шулай тип атап булһа) барлыҡҡа килә. Лицей егеттәре фәндә шулай нығына, йәш ғалимдар шулай башланғыс ала.

3-сө башҡорт лицей-интернаты һәр өлкәлә лә уңыш ҡаҙанған уҡыу йорто булараҡ билдәле. Бында фәнгә лә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Был йәһәттән лицей хатта республикабыҙҙың мәғариф лидерҙары иҫәбендә. Лицей-интернатта ҡуйылған бурыстар араһында уҡыусыларҙа тикшеренеү, проект һәм ижади эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү мөһим булып тора.
Мәктәп уҡыусыларын Бөтә Рәсәй олимпиадалары-на әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 280 тәрбиәләнеүселәрҙең 25 проценты муниципаль этаптарҙа еңеүсе һәм призер булһа, 10 проценты иһә олимпиаданың төбәк һәм йомғаҡлау этаптарында еңеүсе булып танылды.
3-сө башҡорт лицей-интернатында күп йылдар дауамында “Траектория” лабораторияһы сиктәрендә олимпиада һәм түңәрәктәр хәрәкәте әүҙем үҫешә.
– “Траектория” – олимпиада һәм төрлө түңәрәктәргә йөрөгән уҡыусылар берләшмәһе. Бында тикшеренеү, проект, ижади эштәрҙең төрлө өлкәләренә: физика, химия, информатика, робототехникаға ҡыҙыҡһыныуы булған уҡыусылар йөрөй, – тип һөйләй лаборатория етәксеһе, физика уҡытыусыһы Илдар Ҡаҙнабаев. Уҡытыусы белдереүенсә, бында егеттәр ихлас йөрөй, дәрестәрҙе ҡалдырмай.
Әйткәндәй, 2019 йылдан алып лицей-интернет түңәрәктәр хәрәкәте олимпиадаһына әҙерләүҙең майҙансығы булып тора. “Траектория” командаһы бөтә Рәсәй ғилми түңәрәктәре араһында еңеүсе булып ҡына ҡалмаған, ә Рәсәйҙә тикшеренеү сертификаты булған ун ете генә бөртөк түңәрәк-мәктәп (ил етәксеһе В.Путин башланғысы менән асылған) араһына һәм Рәсәйҙең иң яҡшы 25 түңәрәге йыйынтығына ла ингән.
Бында уҡыусылар ҙур ҡәнәғәтлек менән робототехника менән дә шөғөлләнә, үҙҙәренең интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен генә үҫтереп ҡалмай, төрлө уй-фекерҙәрен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһенә ирешә лә инде.
Лицей базаһында республика һәм Бөтә Рәсәй ғил-ми проекттары сиктәрендә төрлө предметтар буйынса семинарҙар уҙғарылып килә. Үткән йылдың декабрь айында химия уҡытыусыһы Алмаз Насретдинов етәкселегендә ойошторолған Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә үткән тәбиғи-фәнни сменала белем биреү “BioCamp” семинары – шул эштәрҙең береһе.Тәжрибәләр, теоретик белем биреү, семинарҙарҙан тыш та уҡыу йортонда төрлө саралар ойошторолоп килә. Күптән түгел, мәҫәлән, Рәсәй фәне көнөнә арнап традиция буйынса “Өмөтбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Бында һәр уҡыусының эше ғәҙел баһаланды һәм өгөт-нәсихәт һүҙҙәре лә әйтелде. Ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнде. Лицейҙа үткән фәнни-ғәмәли конференциялар юғары кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыуҙың башланғысы булып тора, әлбиттә. Улай ғына ла түгел, әлеге тәүге тәжрибәләр, семинар-кәңәшмәләрҙә тәүге көстәрҙе һынап ҡарау, уҡыусыларға диплом тапшырыу булһынмы ул, бүләк йә иһә дәртләндереү һүҙҙәреме – барыһы ла ҙур асыштарға бәләкәй генә булһа ла өлөш индермәй ҡалмай. Әлеге тәңгәлдә белем усағында фән үҫеше ҙур иғтибарға лайыҡ.

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Андрей КОРОТКОВ фотолары.
Читайте нас