Был конкурстар нигеҙендә шулай уҡ “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” башланғыс кластар араһында йыл уҡытыусыһы, иң йәш педагогтар ҙа билдәләнде. Конкурста еңгән педагогтарҙың барыһы ла республиканың иң яҡшы уҡытыусылар фондын тулыландырҙы.
Быйыл 5 конкурстың жюри сафына 100 кеше инде. Тап улар иң яҡшы педагогтарҙы билдәләне.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе һәм “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимнапзия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева лайыҡ булды. Еңеүсе республика фән һәм мәғариф министрлығының дипломы, почет грамотаһы, 30 мең һумлыҡ аҡсалата премия һәм телевизор менән бүләкләнде.
Конкурстың лауреаттары исемлегендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Иглин районы педагогтары бар. Улар 15 мең һумлыҡ премия һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
“Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” еңеүсеһе исеменә Өфө районы Михайловка ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Харисова лайыҡ булды. Уҡытыусыға шулай уҡ аҡсалата премия, телевизор тапшырылды.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы