Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
6 Апрель 2021, 13:15

Ата-әсәләр ҙә БДИ тапшырҙы

Март аҙағында ҡалабыҙҙың 6-сы гимназияһында «Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Быйыл ул ҡалабыҙҙа өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Етмештән ашыу ата-әсә рус теле буйынса БДИ тапшырып, үҙен һынап ҡараны.

Имтихан үткәреү пунктында тажлы вирус таратыуға юл ҡуймау буйынса барлыҡ санитария саралары ла үтәлде: социаль дистанция, термометрия, ҡулдарҙы дезинфикциялау, битлектә булыу мотлаҡ ине. Ата-әсәләргә бер ниндәй ташлама яһалманы. Берҙәм дәүләт имтиханы нисек үткәрелһә, ата-әсәләр тап шундағы һымаҡ теркәлеү үтте. Имтихан барышында уларҙы видеокамералар һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре күҙәтте. Акцияла ҡатнашҡан ата-әсәләр хәҙер балаларының БДИ мәлендә ниндәй тойғолар кисереүҙәрен яҡшыраҡ аңлар һәм күҙ алдына баҫтырырҙар инде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас