Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
16 Апрель 2021, 06:00
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре өсөн каникулдар булмай
Шаулап-гөрләп килгән яҙ миҙгеле менән бергә мәктәп уҡыусылары өсөн дә көтөп алынған яҙғы каникулдар ҙа үтеп китте. Балалар каникулдар ваҡытының һәм яҙғы йылы көндәрҙең күп өлөшөн саф һауала үткәрергә тырыша. Бала ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһе менән бергә булһынмы йәки үҙе генә саф һауа һуларға сыҡһынмы – урамда, юлда һәр саҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеп, үтәп йөрөргә тейеш. Каникулдар ваҡытында ата-әсәләр тарафынан контроль кәмеү сәбәпле, балаларҙың юл ҡағиҙәләрен боҙоу, юл-транспорт ваҡиғалары осраҡтары йышая.
Ҡаланың 7-се мәктәбендә “Беҙ балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн” тип аталған балалар имгәнеүен иҫкәртеү буйынса ресурс үҙәге яҙғы каникулдар ваҡытында ла ҙур профилактик саралар уҙғарҙы. Был сараларҙа балаларҙың күпләп һәм әүҙем ҡатнашыуы хуплауға лайыҡ.
Фирүзә Яхина,
7-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Автор фотолары.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"