Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
20 Апрель 2021, 13:20

Тирә-яғыңа әйләнеп ҡара!

Яңыраҡ 1-се мәктәп-интернат базаһында «Тирә-яғыңа әйләнеп ҡара!» тигән VI асыҡ форум үтте. Сарала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар, өҫтәмә белем биреүсе ойошмаларҙа шөғөлләнеүселәр, йәштәр һәм йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре, һөнәри һәм юғары белем биреү учреждениеларынан килгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм киң йәмәғәтселекте йәштәрҙең көнүҙәк социаль проблемаларына йәлеп итеү, киләсәктә үҫмерҙәр һәм йәштәр араһындағы насар күренештәргә ҡаршы торорға һәләтле социаль әүҙем шәхестәр тәрбиәләү- сараның маҡсаты ине. Форум сиктәрендә конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Атап әйткәндә, социаль проекттарға конкурс үткәрелде, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары һәм ғалимдары ҡатнашлығында семинар төркөмдәр эше, күргәҙмәләр баһаланды. Конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттар төрлө йүнәлештә ине. Айырыуса «Сәләмәт тормош рәүешен һайлайбыҙ», «Мәҙәни мираҫ», «Ҡаршыға табан бер аҙым!», «Ватанды һөйөүҙең сиге юҡ», «Методик ҡумта» һымаҡ проекттар иғтибар үҙәгендә булды.
Һөҙөмтәлә «Мәҙәни мираҫ» секцияһында Яңы Федоровка мәктәбе уҡыусыһы И.Әхмәтшин «Айгөл ауылының күренекле кешеләре» тигән проект менән 2-се урынға лайыҡ булды (етәксеһе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы К.Ш.Леоньтева). Шулай уҡ Яңы Федоровка урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы М.Ю.Мәҡсүтованың «Ватанға мөхәббәт» секцияһындағы «Йөрәккә яҡын мөйөш» проекты 3-сө урынға сыҡты. Ошо уҡ мәктәптең технология уҡытыусыһы, «Оҫта ҡулдар» түңәрәге етәксеһе А.Г.Кантюкова күргәҙмәләр конкурсында беренсе урын яуланы. Сара асыҡтан-асыҡ аралашыу форматында үтте. Бындай саралар үҫмерҙәр һәм йәштәр проблемаларын бергәләп хәл итергә булышлыҡ итә.
һҮРӘТТӘ: 6-сы класс уҡыусыһы Эмиль Ғәлләмов
Римма ҒӘЛИМОВА.

Читайте нас