Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
25 Май 2021, 10:45

Уҡыусылар менән уҡытыусыларҙы данланылар

Пионерҙар һарайында уҙған хөрмәт һәм уҡыусыларҙы данлау байрамы Бөйөк еңеүҙең 76 йыллығына һәм Стәрлетамаҡтың 255 йыллығына арналды.

Сара һуғыш темаһына арналған театрлаштырылған тамашанан башланып китте. Уны ҡарағанда кемдәр нимә кисергәнен белмәйем, ә миңә ошо ҡәһәрле һуғышта атайым яҡлап олатайымды юғалтҡан кешегә айырыуса ҡыйын булды, ирекһеҙҙән, күҙҙәргә йәш тығылды. Ролде башҡарыусылар маҡсатына иреште, тип уйлайым. Сараға уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән бергә Стәрлетамаҡ мәктәптәренән, гимназияларҙан, лицейҙарҙан уҡыусылар килгәйне. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында төбәк һәм йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм призерҙарҙы, шулай уҡ өсәр һәм унан да артығыраҡ предмет буйынса уңыштарға өлгәшкән еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы данланылар. Бынан тыш, туған телдәр буйынса төбәк ара һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотланылар. Иң һуңынан ошо һәләтле уҡыусыларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы ҙурланылар, ошо юҫыҡта иң яҡшы эшләгән белем усаҡтарын билдәләп үттеләр. Уларҙы ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫары Михаил Григорьев, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, уның урынбаҫары Ольга Шитикова, шулай уҡ ӨДНТУ-тың Стәрлетамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дәминов, күп профилле һөнәри колледж директоры Антонина Усевич, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Ольга Шәрипова килгәйне.
- Ҡәҙерле балалар, Стәрлетамаҡта һеҙҙең һымаҡ аҡыллы баштар булғанға ғорурланырлыҡ урыныбыҙ бар. Һеҙҙең уңыштарҙың нигеҙендә оло хеҙмәт ята, һеҙгә йүнәлеш биргән, ярҙам иткән һәм таяныс булған уҡытыусылар менән ата-әсәләрегеҙҙең өлөшө ҙур бында. Ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмауығыҙҙы, билдәләгән маҡсаттарығыҙға ҡыйыу барыуығыҙҙы һәм фәндең яңы үрҙәрен яулауығыҙҙы теләйем, - тине сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап Владимир Иванович. Ә Михаил Григорьев менән Йыһангир Ишбаев, уҡыусыларға яңы еңеүҙәр теләне һәм юғары күрһәткестәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Пионерҙар һарайының ижади төркөмдәре сығыштары сарала ҡатнашыусыларҙың байрам кәйефен күтәрҙе.
Читайте нас