Ҡулға ҡул тотоноп, берҙәм булып рухыбыҙ, инсанлыҡ һәм башҡа изге төшөнсәләр һағында торорға тигән маҡсат менән һалына ул күперҙәр. Шуныһы бигерәк тә һөйөнөслө: бер ниндәй һынауҙар ҙа ошо ваҡыт арауығында был дуҫлыҡ һәм рухиәт күперҙәренең бер генә ҡаҙағына ла, бер генә таяуына ла зыян килтерә алманы! Алла бойорһа, был дуҫлыҡ артабан да дауам итһен, таяуҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа серемәһен, тутыҡмаһын ине!
"Ашҡаҙар" гәзите менән"Толпар" 62-се балалар баҡсаһы араһындағы хеҙмәттәшлек - шул күперҙәрҙең береһе ул! Гәзит - балалар баҡсаһы өсөн фекер майҙаны, ваҡиғалар хаҡында уртаҡлашыу урыны булһа, беҙ үҙ сиратыбыҙҙа балалар баҡсаһының һәр(!) хеҙмәткәре гәзит алдырыуы менән ҡыуанабыҙ! Әлбиттә, бындай күперҙең ныҡлығы балалар баҡсаһы етәксеһе Гөлшат Мансур ҡыҙы Собханғолованың булдыҡлылығына бәйле. Тырыш хеҙмәте өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Шулай уҡ ошо баҡсаны тәүге көндәрҙән үк етәкләп, балаларға белем биреүҙә, рухи бағаны булдырыуҙа, инсанлыҡ тәрбиәләүҙә һәм шәхес итеүҙә иң яҡшы традициялар булдырған, ә әлеге көндә мөдирҙең уң ҡулы - өлкән тәрбиәсе булып эшләгән Земфира Рәил ҡыҙы Ибраҡованың тырыш хеҙмәтен телгә алмау мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә уларға тапшырылған "Рәхмәт хаттары" гәзит исеменән генә түгел, ә киләсәк быуында телебеҙгә, үткәндәребеҙгә ҡарата хөрмәт һеңдергәне өсөн барлыҡ милләтебеҙҙән рәхмәт булып барып етһен!