7 июндә 31-се мәктәптә балаларға көндөҙ ял итеү өсөн «Космик сәйәхәт» тип аталған йәйге һауыҡтырыу лагеры асылды. Балалар был көндө «Күңелле старттар»ҙа ҡатнашты. 8 июндә «Ҡарға ояһы» турбазаһында саралар ойошторолдо.
33-сө мәктәп балалары «Йәшел планета» хеҙмәт һәм ял лагерында һаулығын нығыта. 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары мәктәп яны биләмәһен төҙөкләндереү менән мәшғүл.
Шулай уҡ көндөҙгө «Баласаҡ» ял лагеры ла үҙ ишектәрен асты. Көндөҙгө «Пилигрим» лагеры программаһы нигеҙендә Ағиҙел йылғаһы буйлап, Ирәмәл тауында, Шулгәнташ тәбиғәт ҡурсаулығында, Йомағужа һыуһаҡлағысы һәм «Көнгәк» ҡурсаулығында туҡталыш менән, виртуаль экскурсия ойошторола.
Ыңғай санитар-эпидемиологик һөҙөмтәләр алғандан һуң, шулай уҡ башҡа белем биреү ойошмалары ҡарамағындағы көндөҙгө ял һәм хеҙмәт лагерҙарын да асыу планлаштырыла.