Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Мәғариф
21 Июня 2021, 09:00
Мәктәптә сығарылыш кисәләрен уҙғарыу шарттары
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл республиканың барлыҡ мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙғарыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
«Беҙ уларҙы үткәрәбеҙ! Был мөһим ваҡиға ғүмерҙә бер генә була. Һәр белем биреү учреждениеһы байрамдың форматы тураһында ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итә», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе мәғариф министры Айбулат Хажинға мәктәп директорҙарын йыйып, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе аңлатырға ҡушты.
«Айырыуса иҡтибарығыҙҙы хәүефһеҙлек сараларына йүнәлтеүегеҙҙе һорайым», — тине Башҡортостан Башлығы.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш кисәһе» ойошторолоуы хаҡында
хәбәр иткәйне
.
Фото яндекс.
Автор:
IMPORT Сервисный
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"