Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
24 Июнь 2021, 11:14

БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНЫ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕН ЮҠҠА СЫҒАРҒАНДАР

Быйыл Башҡортостанда 15 кешенең Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарғандар. Былтыр 11 кешенең эше ҡабул ителмәгән булған.

Ҡабул ителмәгән эштәр тураһында Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Министр һүҙҙәренсә, былтыр ҙа 11 имтихан тапшырыусының эшен ҡабул итмәгән булғандар. Ғәҙәттә эштәрҙе юҡҡа сығарыу сәбәбе имтиханда шпаргалка һәм телефон ҡулланыу.
Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын 18 мең кеше тапшыра. Әлеге мәлдә 48 уҡыусы 100 балл йыйыуға өлгәшкән.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас