Рус теленән – 22, математиканан – 4, химиянан – 14, географиянан – 7, әҙәбиәттән – 2, тарихтан — 6, физиканан 32 уҡыусы 100 балл йыйған.
Республикала йөҙ балға яҙғандарҙың һаны артыуы мөмкин, тине Айбулат Хажин. Тиҙҙән сығарылыш класы уҡыусылары араһында математиканан ҡала иң популяр предметтың береһе – йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һөҙөмтәләр билдәле була.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ. Илдә күпселек фәндәрҙән уртаса балдар кәмене. Республикабыҙҙа имтихандарҙың һөҙөмтәләре уҙған йыл менән сағыштырырлыҡ. Рус теленән һәм математиканан һөҙөмтәләр бер аҙ юғарыраҡ. Быйыл рус теленән уртаса балл — 70,7, математиканан — 60,6. Географиянан уртаса балл 1,5 тапҡырға артҡан.
Резерв көндәр ҙә ҡала, шуға был һандың үҙгәреүе мөмкин, тип өҫтәне министр.