Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
25 Июнь 2021, 07:30

Өфөнән Руслан Хәертдинов физиканан берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйҙы

Өфөлә тағы бер уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ҡала мэрияһы сайтында хәбәр ителеүенсә, Совет районы 96-сы лицейының 11 класс уҡыусыһы Руслан Хәертдинов физиканан 100 балл йыйған.

Билдәләнеүенсә, был – уҡыусының тырышлығы һөҙөмтәһе, шулай уҡ физика уҡытыусыһы Гөлнара Зәйнуллинаның профессионализмы һәм яуаплылығы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бынан алда 123-сө лицейҙың ун беренсе класс уҡыусыһы Салауат Хәйретдинов физиканан берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас