Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
2 Июль 2021, 05:24

ИКЕ УҠЫТЫУСЫҒА 200 МЕҢ ҺУМЛЫҠ ПРЕМИЯ

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы приказы менән Стәрлетамаҡтың ике уҡытыусыһына 200 мең һумлыҡ премия тапшырылған.

Ҡалабыҙҙың мәғариф бүлеге хәбәр итеүенсә, министрлыҡ 2021 йылда педагогик эшмәкәрлектәге күрһәткестәр буйынса конкурс йоштороп еңеүселәр исемлеген билдәләгән, улар араһында ҡалабыҙҙың ике уҡытыусыһы ла бар.
Приказда 3-сө лицейҙың технология уҡытыусыһы Алексей Федоров һәм 33-сө мәктәптең физика һәм астрономия уҡытыусыһы Максим Финагеев бар. Премиялар уҡыусыларҙы Бәрҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү һөҙөмтәләре буйынса бирелгән.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас