Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
5 Июль 2021, 05:50

Яҡшы уҡыусыларға “ҡармаҡ һалыусылар” күп

Башҡортостан вуздарына ингәндә йөҙ балл йыйыусылар йылына бер тапҡыр түләнә торған 150 мең һумлыҡ премия аласаҡ.

Башҡортостанда республика мәктәптәрендә берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған сығарылыш уҡыусыларына 2021 йылдан төбәк Башлығының йыл һайын бер тапҡыр бирелә торған 150 һум күләмендәге премияһы булдырылды. Ошоға ярашлы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты инә.
Премияларҙы тәғәйенләү һәм түләү тәртибе документ менән раҫланған. Премияларҙан һалым түләтелмәй. Республика хөкүмәте был указды бойомға ашырыуға бәйле финанслау сығымдары сығанағын билдәләргә тейеш.
Бындай премияны булдырыу инициативаһы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл 28 июндә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә сығыш яһағайны. Төбәк етәксеһе БР Мәғариф һәм фән министрлығына республика университеттарына ингәндә йөҙ балл йыйыусыларҙы дәртләндереү механизмын өйрәнергә һәм был мәсьәләне һуҙмаҫҡа ҡушты. Ни өсөн тигәндә, Башҡортостандың яҡшы уҡыусыларына илдең башҡа вуздары “ҡармаҡ һала”.
Берҙәм дәүләт имтихандарының бөтә фәндәр буйынса тулы һөҙөмтәләре 8 июлдә билдәле була. Әлегә 89 сығарылыш уҡыусыһы максималь балл йыған, ә дүртәүһе ике фәндән йөҙәр балл йыйған.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас