

«Республиканың белем биреү учреждениеларында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы, 62 339 уҡыусы, 1 083уҡытыусы сирләй. Шулай ҙа яңы йыл каникулдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткестәрен ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйҙәр Роспотребнадзорҙа», — тине ведомство башлығы.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уҡыусыларҙың яңы йыл каникулдары иртәрәк — 27 декабрҙә башлана. Балалар 10 ғинуарҙа уҡырҡа бара.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә COVID-19 таралыуы сәбәпле каникул тағы бер аҙнаға оҙайтылыуы мөмкин тип билдәләгәйне.
Башинформ.