

Әлбиттә, һәр уҡытыусының үҙ алымы, ә улар араһында һораулыҡ ойошторһаң, “Йыл уҡытыусыһы” образын да һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерер ине, бәлки. Тик мәғариф өлкәһендә лә новаторҙар, алдынғылар, заман менән бергә атлаусылар күп, уларҙы айырып һайлап алып конкурс форматында тәжрибә уртаҡлашыу – бик шәп алым. Шуға ҡалабыҙҙа йыл һайын да педагогтар араһында иң оҫта уҡытыусыны һайлап алыу бәйгеһе ойошторола.
Быйыл был конкурс 6-20 декабрҙә үтте, унда мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, физик әҙерлек буйынса инструкторҙар, өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашты. Был ваҡыт эсендә 42 конкурсант асыҡ дәрестәр, шәхси сайттар конкурсы, оҫталыҡ дәрестәре һәм методик әҙерлек буйынса бәйгелә һынау тотто. Ә ошо көндәрҙә жюри ағзалары дөйөм эшкә баһа биреп, иң яҡшыларын һайлап алды һәм А.П. Гайдар исемендәге уҡыусылар һәм пионерҙар һарайында ойошторолған йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәрҙе билдәләне.
Конкурстың абсолют еңеүсеһе тип 1-се гимназияның рус теле уҡытыусыһы Юлиә Александровна Смехова танылды. Уҡытыусыға Гран-приҙы ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов тапшырҙы.
– Конкурста ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтемде еткергем килә, һеҙ барығыҙ ҙа иң яҡшылар. Бәйгелә күрһәткән тырышлыҡ, оҫталыҡ, эшегеҙгә булған һөйөү – һоҡландырғыс. Артабан да ижадығыҙ үҫһен, яңы ынтылыштар барлыҡҡа килһен, яңы йылда шатлыҡ һәм ҡыуаныстар теләйем, – тине Рөстәм Фәрит улы.
Конкурстың айырым йүнәлештәрендә “Өҫтәмә белем биреү педагогы – 2022” – 4-се гимназиянан Морозова Елена Юрьевна, “Туған телдәр уҡытыусыһы – 2022” – 17-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Хәйруллина Зимфира Мөхәрәм ҡыҙы, “Йыл тәрбиәсеһе – 2022” – 36-сы балалар баҡсаһынан Зайцева Евгения Андреевна, “Йыл уҡытыусыһы – 2022” – 23-сө полилингваль мәктәптән Милушкина Наилә Рөстәмбәк ҡыҙы еңеүселәр булды.
“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы ла күп йылдар баҫманы үҫтереүҙә, таратыуҙа хеҙмәттәшлек иткән уҡытыусыларҙы билдәләп үтте. Улар – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 17-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәйруллина Зимфира Мөхәррәм ҡыҙы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йомағужина Зәйтүнгөл Фәтҡулла ҡыҙы!
...Әлбиттә, һәр конкурсант артында тотош команда тора, уҡытыусы исеме балалар баҡсаһы йәки мәктәп командаһының берҙәм хеҙмәт емеше ул, бәйгенең абруйы, сәмлелеге лә шунан ғибәрәт. Еңеүселәргә артабан республика һәм Рәсәй кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы – 2022” конкурстарында еңеү яулауҙарын теләп ҡалабыҙ.