Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
25 Ғинуар 2022, 10:30

ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ ЙЫЛДАР ТИҺӘЛӘР ҘӘ...

“Энә менән ҡойо ҡаҙыу” хәҙер еңелме?

ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ ЙЫЛДАР ТИҺӘЛӘР ҘӘ...ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ ЙЫЛДАР ТИҺӘЛӘР ҘӘ...
ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ ЙЫЛДАР ТИҺӘЛӘР ҘӘ...

Билдәле булыуынса, 1755 йылда императрица Елизавета Петровна Мәскәү университетын булдырыу тураһында ҡарар сығарғандан һуң, 25 ғинуар уҡыу йортоноң тыуған көнө булараҡ байрам ителә башлай. Ә 2005 йылдан был көн Рәсәйҙә лә студенттар көнө булараҡ билдәләнә. Хәҙерге ваҡытта был көндө студенттар төрлө концерттар ҡуйып, конкурстар ойоштороп үҙ байрамдарын гөрләтеп үткәрә. Сөнки студент тормошо – иң күңелле саҡ. Һәр бер кешегә был ваҡыттар төрлөсә иҫендә ҡалғандыр: берәүҙәргә ул өмөт-ышаныстар һәм романтик мауығыуҙар осоро булараҡ, ә икенселәрҙә ятаҡхана, сессия алдынан төндәр буйына йоҡламау, имтихан ваҡытында дер ҡалтырау менән...
Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыу, тәүге һөнәри белемдәргә төшөнөү, һис шикһеҙ, студент йылдары менән бәйле. Ә бөгөнгө студенттар нисек йәшәй? Буласаҡ абитуриенттарға ниндәй теләктәре бар? Шул һорауҙар менән бер-нисә студентҡа мөрәжәғәт иттек.

    ҺЫУҘА ЛА, УҠЫУҘА ЛА БАЛЫҠ ҺЫМАҠ ЙӨҘӘ.
 Был һүҙҙәр Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжының 2-се курс студенты, билдәле спортсы Денис ИБРАҺИМОВ хаҡында.
– Мин әлегә 2-се курста ғына белем алһам да, студент тормошо ниндәйерәк икәнлеген аңланым. Әммә уның иң күңелле саҡ тигәндәре менән килешһәм дә, күңел асып йөрөргә бер ҙә ваҡытым юҡ.
     Йөҙөү менән 6 йәшемдә шөғөлләнә башланым. Был спорт төрөнә мине атайым алып килде. Ул үҙе йөҙөү буйынса “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ Радик Ибраһимов. Спорт буйынса беренсе уңыштарым да йөҙөү буйынса булды. Әммә был еңеүҙәргә төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде. Беренсенән, мәктәптә уҡығанда уҡ, көн режимы бик тығыҙ була торғайны. Әле лә шулай, иртәнге сәғәт 6-ла тораһың, 7-гә күнекмәгә бараһың, сәғәт 10-ға дәрестә булырға кәрәк. Көндөҙ тағы бер күнекмәгә барам. Кис һуң ғына, 9-ҙарҙа, ҡайтаһың. Ашайһың, дәрес әҙерләп өлгөрәһеңме-юҡмы, йоҡларға ваҡыт етә. Башҡа тиҫтерҙәрем ял иткәндә лә йөҙөү менән шөғөлләнергә, күп нәмәне онотоп торорға тура килә, – тип һөйләй студент тормошо тураһында Денис.
    Был колледжда уҡыу ғәжәп оҡшай спорсы егеткә. Үҙен төрлө юҫыҡта һынап ҡарай ул. Йөҙөүҙән тыш, саңғы- ла йөрөргә, волейбол уйнарға ярата һәм француз телен өйрәнә. Әйткәндәй, Денис колледжды тамамлағас, Францияға барырға хыяллана. Ситтән тороп уҡыуын дауам итһә, Францияла тренер булып эшләргә уйлай.
  Студент тормошоноң үҙ ҡыйынлыҡтарын да татып өлгөргән егет.
    – Ҡайһы бер фәндәрҙән “ирекле йөрөү” режимында уҡыһам, ниндәйҙер фәндәрҙән былай килеп сыҡмай, ярыштарҙа йөрөп, тапшырылмай ҡалған эштәр өсөн алған “ҡойроҡ”тарҙы төҙәтеп сығыу ҡыйынға тура килә, – ти Денис. Ә шулай ҙа яратҡан фәндәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән, Оксана Петрова уҡытҡан инглиз теле дәрестәренә яратып йөрөй.
Спорт кешене тәрбиәләй, насар ғәҙәттәрҙән арындыра, физик күнекмәләр төрлө эштән һуң кешене ял иттерә, аралашыу сараһы булып та тора. Был турала теге йәки был спорт төрө менән шөғөлләнгән кеше яҡшы белә. Шуға күрә, балаларға бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булырға кәңәш итә студент егет.
   – Башта бер ни ҙә килеп сыҡмаһа ла, түҙһендәр, ташлап ҡуймаһындар, артабан шөғөлләнһендәр. Сөнки спортта, бүтән өлкәләрҙә лә уңышҡа ирешер өсөн тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк. Атай-әсәйҙәргә балаларын спорт секцияларына ҡурҡмай биреүҙәрен, бигерәк тә йөҙөүгә биргәндә талапсаныраҡ булыуҙарын теләйем. Йөҙөүҙең иң файҙалы спорт төрө икәнлеге тураһында барыһы ла беләлер, моғайын. Һыуҙа балыҡтай кинәнеү үҙеңде яҡшы формала тотоу өсөн кәрәк. Бындай күнегеүҙәр арҡа өсөн дә файҙалы. Өҫтәүенә, ул целлюлитҡа ҡаршы көрәшеү һәм мускулдарҙы нығытыу өсөн шәп. Тренажер залында бер сәғәт эсендә 500 тирәһе калорийҙан ҡотолһағыҙ, ошо уҡ ваҡыт эсендә йөҙөү менән шөғөлләнеү 653 калорийҙы юҡ итәсәк, – тигән кәңәштәрен дә еткерә әңгәмәсем.
   Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, спорт мастеры кандидаты исемен алған, Волга буйы Федераль округы яраштарында күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған Денис Ибраһимовҡа хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!

Г.Ҡыуатова.
Э.Фәттәхов фотоһы. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас