

Уҡыу йылдары, Анастасия үҙе әйткәненсә, күҙ асып йомған арала үтеп бара.
– Быйыл һуңғы курста белем алам. Хәҙер бала- саҡтағы табип булыу хыялым буласаҡ табиптарға белем биреүгә әүерелде, – ти ул.
– Уҡыуҙы бөткәс тә, юғары уҡыу йортона ситтән тороп уҡырға инеп, колледжға буласаҡ шәфҡәт туташтарына белем бирергә эшкә ҡаласаҡмын, – тип алдына ҡуйған маҡсаттары менән бүлеште Анастасия Пищулина.
Никита Моисеев иһә “Дауалау эше” йүнәлеше буйынса белем ала.
– Иң яратҡан фәнем ул – уҡыу практикаһы. Беренсе тапҡыр дауалау учреждениеһына практикаға килгәндә, хирургия бүлегенә эләктем. Дауаханалағы эш мөхитен күреп, тағы ла бер тапҡыр табип булыу – киләсәгем икәнлегенә инандым. Колледжды тамамлағас, И.П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университетына уҡырға инәсәкмен, – ти Никита.
“Студент йылдарына килгәндә, башҡа уҡыу йортонда уҡығандар студент йылдарын күңелле итеп үткәрһә, беҙҙең инде ваҡыт бик тығыҙ”, – ти бер тауыштан был студенттар.
– Һаулыҡ һаҡлау – бик үҙенсәлекле, етди өлкә булараҡ, еңел ҡарашты ҡабул итмәй, илке-һалҡы ғына йөрөп уҡып булмай – тиһә егет.
– Эйе, кеше һаулығы ғына түгел, тотош ғүмере яуаплылыҡ булып иңдәргә ятҡанда төплө белем алып, кәрәкле белгес булып сығырға тырышыуҙан башҡа юл юҡ, – тип өҫтәне ҡыҙ.
– Әммә ни тиһәк тә студент йылдары барыбер беҙҙең күңелебеҙҙә иң матур йылдар булып иҫтә ҡала. Бигерәк тә уҡытыусыларыбыҙҙың алтынға бәрәбәр булған дәрестәре, лекциялары һағындырасаҡ, – ти һуңғы курста белем алыусы Анастасия Пищулина.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ медицина колледжының ғорурлығы булып колледж бинаһының тышында – баннерҙа Никита менән Анастасияның фотоһүрәттәре тора. Бындай тырыш студенттар булғанда нисек ғорурланмаҫҡа? Әлбиттә, ауыҙ тултырып иң шәп студенттар беҙҙә – Стәрлетамаҡта тип әйтергә лә була! Улар киләсәктә колледждарының ғына түгел, бөтә медицинаның ғорурлығы булып китһен! Барлыҡ студенттарҙы ла матур байрамдары – Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ! Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ!