Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2022, 08:55

Президент стипендиаты Тимур.

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының 4-се курс студенты Тимур УСМАНОВтың предмет олимпиадаларында, һөнәри ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, йылдан-йыл еңеүҙәр тупланмаһы ҡалыная бара. Эйе, күп профилле һөнәри колледжында Рәсәй, Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индереүсе, өлгө итеп ҡуйырлыҡ, ғорурланырлыҡ студенттар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе “Селтәр һәм системалы администрациялау” йүнәлеше буйынса белем алыусы Тимур Усманов.

Президент стипендиаты Тимур.
Президент стипендиаты Тимур.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл Тимурға тап килә. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Егет тик “5”ле билдәһенә генә өлгәшә. Сос, етеҙ Тимур барыһына ла өлгөрә, бөтә нәмәне лә белә. Башҡалар ишетмәгән, белмәгән яңылыҡты барыһына ла еткерә, һорауҙарға тапҡыр яуап бирә.
  – Олимпиада, конкурстарҙа, спорт бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашып, тик беренсе урындарҙы ғына яулай. Мәҫәлән, инвалидтар өсөн “Абилимпикс” 4-се, 6-сы һәм 7-се Милли һөнәри оҫталыҡ Чемпионатында 1-се урын алды. Уҡытыусылар менән дә еңел аралаша, студенттар араһында ла үҙ урынын тиҙ таба. Килеп тыуған төрлө ҡыйынлыҡтарҙы, проблемаларҙы бик еңел генә сисә белә.Ҡаҙаныштары өсөн икенсе йыл рәттән Президент стипендияһына лайыҡ, – ти Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Йомағужина. Ң
  – Быйыл һуңғы курста уҡыйым. Дөрөҫөн әйткәндә, студент тормошонан айырылғы ла килмәй. Шуға күрә, бер һөнәр менән генә сикләнгем килмәй, киләсәктә юғары уҡыу йортонда ситтән тороп уҡыу теләге бар. Ҡайҙа ғына барһам да, Стәрлетамаҡ ҡүп профилле һөнәри колледжының уҡытыусылары кеүек яҡшы кешеләр генә юлда осраһын ине тип теләйем, сөнки бындағы уҡытыусыларҙың кемеһен генә алма, барыһы ла аҡыллы, бай рухлы, алдынғы ҡарашлы, тормош мәктәбенә өйрәтеүсе... Бында белем алған йылдарым ҡыҙыҡлы дәрестәр, шау-гөр килеп үткән төрлө кисәләр, керһеҙ хыялдар менән иҫтә ҡаласаҡ. Ә был көнгә мин, студент булараҡ, һөнәри байрам тип ҡарайым.
Ул студенттарҙы берләштерә торған көн. Студент тормошо башҡаларҙың да күңелендә дуҫлыҡ, ижади уңыштар менән тулы иң бәхетле осор булып ҡалһын ине! – тип еткерҙе студент тормошо тураһында үҙ фекерен Тимур.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: